Социаль мәсьәлә
3 Июнь 2021, 17:45

Иғтибар үҙәгендә - социаль үҫеш

"Бөгөнгө килешеү беҙгә ғаилә һәм демографик сәйәсәт өлкәһендә иң һөҙөмтәле идара итеү алымдарын билдәләргә ярҙам итәсәк".

3 июндә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова менән Идара итеү ҡарарҙарының көйләү тәьҫирен баһалау буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың генераль директоры Сергей Рыбальченко хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
"Бөгөнгө килешеү беҙгә ғаилә һәм демографик сәйәсәт өлкәһендә иң һөҙөмтәле идара итеү алымдарын билдәләргә ярҙам итәсәк", - тине Ленара Иванова.
Хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре тип түбәндәгеләр билдәләнгән:

- статистик мәғлүмәттәр, норматив хоҡуҡи документтар, уларҙың проекттары менән алмашыу;

- төрлө проекттарҙа ҡатнашыу, консультацион хеҙмәттәр күрһәтеү, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса ирекле дискуссиялар ойоштороу.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә киләһе ун йыллыҡта тотороҡло тәбиғи халыҡ үҫешен, сәләмәт, әүҙем, тулы ҡанлы ғүмер оҙонлоғон тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.
Фото: images.hub.ldpr.ru
Читайте нас