Бөгөн Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән граждандары Рәсәй Федерацияһы Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, сенатор Лилиә Ғүмәрова менән аралашты, уға көнүҙәк мәсьәләләр буйына мөрәжәғәт итте.
Проблемаларҙы оператив рәүештә хәл итеү өсөн осрашыу власть вәкилдәре менән берлектә “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесенең Башҡортостан буйынса ҡабул итеү урынында үтте. Граждандарҙы ҡабул итеү онлайн форматта һәм шәхси рәүештә ойошторолдо.
Стәрлетамаҡтан Мария Хлюстова мәктәп лагерында эшләгән педагогтарҙан икенсе мәртәбә коронавирус инфекцияһын асыҡлау өсөн анализ алғандарын белдерҙе һәм, быны ҡабат-ҡабат эшләмәҫкә мөмкинме, тип һораны. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин яуап биреп, был сараның бөгөн мөһим һәм көнүҙәк булыуын белдерҙе, ә уҡытыусыларға мәктәп лагерын асҡанда тағы комиссия үтмәү тәҡдимен ҡарарбыҙ, тине.
Ошо уҡ ханым менән күп балалы ғаиләләрҙәге балалар өсөн льготалы юлламалар тураһында һүҙ сыҡҡас, Лилиә Салауат ҡыҙы “Ял өсөн кэшбек” программаһы хаҡында иҫкә төшөрҙө, ошо мөмкинлек менән файҙаланырға саҡырҙы.
Мәғлүм булыуынса, ата-әсәләргә балалар лагерына юллама хаҡының 50 процентын ҡайтарыу мөмкинлеген биргән программа Рәсәйҙә 25 майҙа тормошҡа ашырыла башланы. Кешбэк күләме 20 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Программала ҡатнашҡан лагерҙар һәм юллама биргән туроператорҙар исемлеге менән мирпутешествий.рф порталындағы “Балалар лагерҙары” бүлегендә танышырға мөмкин.
Учалы районында йәшәгән ханым уҡыу кабинеттарын девайс - электрон китаптар менән йыһазландырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Уның фекеренсә, был балаларҙы ауыр китаптар ташып йөрөүҙән арындырыр ине. Баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова был йүнәлеш буйынса эш алып барылғанын, әммә тулыһынса электрон уҡыу сараларына күсеү балаларҙың сәләмәтлегендә насар сағыласағын билдәләне.
Дәүләкән районынан күп балалы әсә Гөлназ Ҡорманаева “Атайҙар даны” миҙалын федераль кимәлгә сығарырға өндәне, был атайҙарға төрлө льготалар менән файҙаланыу мөмкинлеген бирер ине, тине. Тәҡдимде эшкә алдылар, шулай уҡ әсәлек капиталын ҡулланыу мөмкинлектәрен киңәйтеү мәсьәләһенә лә туҡтап үттеләр.
Баш ҡаланан өс ейәненең опекуны булған Ләлә Кәримова мәктәп ҡыйығын ремонтлауҙы һораны. Тәрбиәләнеүселәрҙе ҡарау өсөн түләүҙе йәшәү минимумына тиклем күтәрергә тигән тәҡдимгә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина: “Был көнүҙәк мәсьәлә буйынса әле үк эш алып барыла”, – тип яуапланы.
Алты бала атаһы Илнур Фәйзуллин оҙаҡ йылдар декрет ялында булған әсәләргә түләүҙәрҙе индексациялау тәҡдимен индерҙе. Был да эшкә ҡабул ителде.
Сараны йомғаҡлап, Лилиә Ғүмәрова күп һорауҙар системалы контроль, төбәк һәм федераль кимәлдә ҡануни йәһәттән ҡарарҙар талап иткәнен билдәләне. Мөрәжәғәт иткән һәр граждан яуап алды һәм проблемаларҙы оператив хәл итеү буйынса эштәр башланды.