Социаль мәсьәлә
6 Июнь 2021, 05:45

ФАП-тарҙы лицензиялау тамамлана

Былтыр республикала авария хәлендәге 107 фельдшер-акушерлыҡ пункты, өс ауыл табип амбулаторияһы алмаштырылған.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 2020 йылда төҙөлгән модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын лицензиялау ғәмәле тамамлана.
Билдәле булыуынса, был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы башҡарыла.
Милли проектҡа ярашлы, ауыл халҡына медицина ярҙамына эйә булыу мөмкинлеген арттырыу өсөн былтыр республикала авария хәлендәге 107 фельдшер-акушерлыҡ пункты, өс ауыл табип амбулаторияһы алмаштырылған. Был маҡсатҡа 350 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, шуның 269 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан.
Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү”, “”Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш”, “Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш”, “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү”, “Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү”, “Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү”, “Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү” федераль проекттарын үҙ эсенә ала.
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/372488/
Читайте нас