Благовещенда ауыл участка дауаханаһы өсөн “Ашығыс ярҙам” машинаһы һатып алдылар.
Әлеге ваҡытта Благовещен районында тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт иткән биш ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы эшләй. Бүлексәлә В класлы биш автомобиль: 2017 йылғы өс "УАЗ”, 2018 йылғы ике “Луидор” бар. Барыһы ла тәүлек әйләнәһенә эшләй. Автомобилдәр әллә күпме юл үткән, шуға таушалған.
Бедеева Полянала һәм уның эргәһендәге тораҡ пункттарҙа халыҡ һаны ун меңгә лә етмәй. Шулай ҙа биләмәнең район үҙәгенән йыраҡлығы (ҡайһы бер ауылдарға тиклем – 80 километр) "Ашығыс ярҙам"дың даими эшләүен талап итә. Хәҙер заманса йыһазландырылған автомобиль тапшырылғас, бында йәшәгәндәрҙең үҙҙәренә һәр саҡ ярҙамға киләсәктәренә ышанысы артты.
Ауыл дауаханаһы өсөн “Ашығыс ярҙам” автомобилен Успенский Изге Георгиев монастыре меценаттары менән эшҡыуар Алексей Попцов (“Таш техсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) һатып алған.
Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов: “Бында эшҡыуарлыҡтың социаль яуаплылығын тоям. Алексей Попцов, депутатыбыҙ, юлдарға бәйле лә даими ярҙам итә, - тип белдерҙе. – “Атайсал” порталына ҡуйылған проектты дуҫтарыбыҙҙың күтәреп алыуына шатбыҙ. Ҡайҙа тыуғанһың, шунда ярҙам итәһең. Тимәк, яҡындарыңа булышлыҡ ҡылаһың. Ярҙам өсөн рәхмәт”.
Фото: Благовещен районы хакимиәте.