7 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән республика Хөкүмәте президиумы кәңәшмәһендә онкологик сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн саралар ҡаралды.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онкологик сирҙәр республикала ғына түгел, тотош ил буйынса алдынғы урындарҙы биләй. 2021 йыл аҙағына әлеге ауырыу сәбәпле үлем күрһәткесен кәметеү – республика Хөкүмәте һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы алдына ҡуйылған төп маҡсат, - тине Андрей Назаров, был йүнәлештең айырым иғтибарға лайыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып.
2020 йылда яман шештән 6973 кеше үлгән. Был, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 3,2 процентҡа кәмерәк. Ағымдағы йылдың биш айында 2555 кеше вафат булған. Был, былтырғы йылдың биш айы менән сағыштырғанда, 19,8 процентҡа кәмерәк. Бына ошондай мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Максим Забелиндың әйтеүенсә, үпкә, эсәк, ашҡаҙан, түш һәм простата биҙе яман шеше үлемдең төп сәбәбе булып тора. Күп кенә онкологик сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм алдан асыҡлау өсөн республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан һөҙөмтәлерәк иҫкәртеү сараларының өс этабы асыҡланған.
Беренсел иҫкәртеү сараларына сәләмәт тормош алып барыу, тәмәке тартыуҙы кәметеү, файҙалы туҡланыу, физик әүҙемлекте арттырыу һәм тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоу ҡарай. Икенсел иҫкәртеү сараларына сирҙәрҙе тәүге стадияларында асыҡлау инә. Өсөнсө иҫкәртеү саралары - яман шеш ауырыуҙарының аҙмауы өсөн уларҙы дауалау.
Министрҙың әйтеүенсә, онкологик сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлауҙа беренсе звено медицина хеҙмәткәрҙәренең роле баһалап бөткөһөҙ.
Сарала билдәләнеүенсә, республикала скрининг программалары һөҙөмтәле файҙаланыла. Был – “Онкологик контроль” анкета скринингы һәм башҡалар. Бынан тыш, республика халҡына онкологик ярҙамды яҡшыртыу өсөн медицина ярҙамынан файҙаланыуҙы арттырыуҙы күтәреү маҡсатында 10 онкологик ярҙам амбулаторияһы ойошторолған.