Социаль мәсьәлә
8 Июнь 2021, 14:15

Елек донорҙары регистры теркәлде

Регистр електең төп күҙәнәк донорҙарын эҙләүҙә ярҙам күрһәтеү маҡсатында төҙөлдө.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала “Башҡортостандың елек донорҙары регистры” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы теркәлде.
Ул Республика медицина-генетика үҙәгенең, Республика ҡан биреү станцияһының һәм “Русфонд”тың берлектәге проектын тәшкил итә. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
"Регистр онкогематологик ауырыуҙарҙан яфаланған пациенттар өсөн генетик критерийҙары буйынса тап килгән електең төп күҙәнәк донорҙарын эҙләүҙә ярҙам күрһәтеү маҡсатында төҙөлдө", – тине Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов.
2019 йылда өс мең донор теркәлһә, әле уларҙың һаны 3935-кә етте.
Регистрға төрлө милләт вәкилдәре араһынан елек донорҙарын йәлеп итеү сирлеләргә ярҙам итеү мөмкинлеген киңәйтәсәк. Әйткәндәй, Башҡортостандың елек донорҙары регистрына инергә теләгәндәр эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1-се йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/373318/
Читайте нас