Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, Октябрьский ҡалаһындағы йүнселдәргә медицина өлкәһендәге бизнесты үҫтереүгә субсидия берелгәйне.
Заманса лаборатория асыу тураһындағы ҡарар ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа ҡабул ителде. Ул урынлашасаҡ бинала капиталь ремонт былтыр ноябрҙә башланғайны. Эш “Роспотребнадзор” нормаларына һәм талаптарына ярашлы башҡарылды. Елләтеү системалары үткәрелде, электр, һыу һәм канализация селтәрҙәре яңыртылды, заманса ҡорамалдар һатып алынды. Квалификациялы медицина персоналы махсус уҡыу үҙәгендә белемен камиллаштырҙы, яҡшы лабораториялар бүлексәләрендә практика үтте.