Социаль мәсьәлә
17 Июнь 2021, 14:00

Радий Хәбиров: “Зинһар, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!”

Башҡортостан Башлығы Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала ҡатнашты.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала ҡатнашты.
Республикала кешеләрҙең һаулығы һағында торғандарҙың һөнәри байрамын икенсе йыл рәттән ошондай юғары кимәлдә билдәләйҙәр. Коронавирус пандемияһы медицина хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлегенең мөһимлеген иҫбатланы. Нәҡ табиптар ковидҡа ҡаршы көрәштең алғы сафына баҫты. Уларҙың тырышлығы менән эпидемияның таралыуына кәртә ҡуйылды.
Байрам Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыуҙан башланды. Табиптарҙы тәбрикләү бер үк ваҡытта биш майҙансыҡта ойошторолдо.
Өфөләге “Торатау” конгресс-холында табиптарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
– Һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙ һәм фиҙакәрлегегеҙ һөҙөмтәһендә бергәләп сирҙең таралыуына кәртә ҡуйҙыҡ. Кешеләрҙең тормошо, предприятиеларҙың эше өсөн шарттар тыуҙырылды, сикләү саралары йомшартылды, – тине республика Башлығы. – Түбәнге звено медицина хеҙмәткәрҙәренә, ковид госпиталдәре һәм ашығыс ярҙам табиптарына айырым рәхмәт. Һаулығығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуйып, һеҙ әле лә иң хәүефле участкаларҙа, ковид менән ауырыған пациенттар менән туранан-тура эшләйһегеҙ.
Башҡортостан Башлығы һәм залға йыйылғандар пациенттарҙы ҡотҡарып, үҙҙәрен һаҡлап ҡала алмаған 43 табипты һәм шәфҡәт туташын бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.
Радий Хәбиров республикала табиптарҙың эше, бөтә һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырыуға етди иғтибар бирелеүен билдәләне. Йыл һайын тармаҡты яңыртыуға байтаҡ ресурстар бүленә. Былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы ярҙам күләме 100 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.
– Коронавирусҡа ҡаршы көрәш әле тамамланыуҙан йыраҡ. Хәҙер төп бурыс – халыҡты күмәк вакцинациялау, – тине төбәк етәксеһе.
Тантанала 22 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре республика Башлығы ҡулынан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаһын алды.
– Һүҙемде йомғаҡлап, һеҙҙән барыбыҙ хаҡына ошондай ғәйәт ҡатмарлы һәм көсөргәнешле йәшәү рәүешен дауам итеүегеҙҙе үтенәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне. Һәм беҙ халҡыбыҙ менән һеҙҙән йәнә ярҙам итеүҙе, дауалауҙы, ошо көрәштә бирешмәүегеҙҙе һорайбыҙ. Зинһар, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142829.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас