Социаль мәсьәлә
18 Июнь 2021, 10:00

Төнөн йоҡлай белмәгәндәрҙе судҡа бирергә була

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙвң яҡын аралағы сессияһында ҡараясаҡ закон проекттары араһында халыҡты күптән борсоп килгән проблемаларға арналғандары ла бар.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың яҡын аралағы сессияһында ҡараясаҡ закон проекттары араһында халыҡты күптән борсоп килгән проблемаларға арналғандары ла бар.
Депутаттар, мәҫәлән, төнгө тыныслыҡты боҙған өсөн административ яуаплылыҡ тураһындағы эштәрҙе ҡарауға үҙгәрештәр индерергә йыйына.
Парламент рәйесе К.Б. Толкачев әйтеүенсә, төнөн граждандарҙың тыныслығын боҙған өсөн административ яуаплылыҡ тураһындағы эш мировой судьялар ҡарамағына тапшырыласаҡ. Был ошо туралағы ҡануниәтте ҡулланыу ғәмәлен яҡшыртасаҡ, килешеп аңлашып булмаған күршеләргә ҡарата йоғонтолораҡ буласаҡ.
“Былтыр административ комиссиялар ошо хоҡуҡ боҙоу буйынса алты меңдән ашыу эште ҡараны”, – ти Константин Борисович. – “Процедура үтә оҙайлы һәм күләмле, шуға күрә хоҡуҡ боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу һәр ваҡытта ла килеп сыҡмай. Йоғонтоло яза булмауы был закон нормаһын һанға һуҡмауға килтерә. Был ҡанун буйынса вәкәләттәрҙе административ комиссияларҙан мировой судьяларға тапшырыу эште уңайлаштырыуға йүнәлтелгән”.
Закон проектына Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет биргән тәҡдимдәр индерелгән.
Читайте нас