“Һөт кухняһы” аҙыҡ-түлек таратыу пункттары селтәре географияһын киңәйтә бара. Әбйәлил районында ла яңы пункт асылды. Был хаҡта республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте.
"Беҙ Әбйәлил районында яңы һатыу нөктәһе астыҡ. Ҡоро ҡатнашма һәм тәбиғи һөт продукцияһы алырға бында өс йәшкә тиклемге 500-ҙән ашыу баланың ата-әсәһе, шулай уҡ йөклө ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр киләсәк", - тине ведомство етәксеһе.
“Һөт кухняһы”ның таратыу пункты Асҡарҙың Таңғатар урамындағы 9-сы йортта урынлашҡан. Ул дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 9.30 сәғәттән 18.30 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Бушлай продукцияны алыу эш көнө дауамында дүшәмбе һәм шаршамбы көндәрендә башҡарыла.
"Элек Әбйәлил халҡы һөт продукцияһын дарыухана базаһында алды, ә уны һатыу ойошторолманы. Шуға күрә яңы таратыу пунктының асылыуы күптәр өсөн яҡшы яңылыҡ булғандыр. Бында продукцияны һатып алыу мөмкинлеге бар", - тип өҫтәне Алексей Гусев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бушлай туҡланыу аҙыҡтарын алыу хоҡуғынан аҙ килемле һәм республикабыҙҙа теркәлгән граждандар файҙалана ала. Улар иҫәбенә өс йәшкә тиклемге балалар, йөклө һәм бала имеҙгән әсәләр инә. Шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған өс йәшкә тиклемге балалар, етемдәр ошо хоҡуҡтан файҙалана, уларҙың бары республикала теркәлгән булыуы шарт.
Бөгөн республикала түләүһеҙ продукцияны аҙ килемле ғаиләләрҙән 24 666 сабый, 42 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала, 522 йөклө һәм бала имеҙгән ҡатын ала. ”Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһының ете етештереү предприятиеһының һәр береһе тәүлегенә биш тоннаға тиклем һөт аҙыҡтары етештереү мөмкинлегенә эйә. Һорауҙарығыҙ булһа, ошо телефонға шылтырата алаһығыҙ: 8-347-246-55-01.
Фото: Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.