Эшһеҙ граждандарҙы, шул иҫәптән иректән мәхрүм итеү урындарынан азат ителгәндәрҙе, Яза-башҡарыу федераль хеҙмәтененең Башҡортостан буйынса идаралығының енәйәт-башҡарыу инспекцияларында иҫәптә торғандарҙы эш менән тәьмин итеү “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” дәүләт проограммаһы сиктәрендә атҡарыла. Эш Яза-башҡарыу федераль хеҙмәтененең Башҡортостан буйынса идаралығы менән республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан үткәрелә. Һөнәри ориентацияла “Башҡортостан Республикаһының киләсәк командаһы” порталы (
https://komanda-rb.ru/) әүҙем ярҙамсы булып тора.