Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы, республикала “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты буйынса эш дауам итә.
Әбйәлил районы хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге һәм “Баш ҡала” туристик операторы Белорет районындағы “Абҙаҡ” спорт-һауыҡтырыу комплексына туристик поход ойошторҙо. Был юлы 55 йәштән өлкәнерәк 33 кешегә квота бүленде.
Экскурсия гид оҙатыуында үткәрелде. Өлкәндәр Башҡортостан, башҡорт халҡы тураһындағы риүәйәттәрҙе, тарихты иғтибар менән тыңланы, күтәргестәрҙә тауға артылды, “Аквариум”да, зоопаркта булды.
Сәфәр бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс булды. Кис барыһы ла Әбйәлилгә әйләнеп ҡайтты. Әйткәндәй, республика пенсионерҙары, “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” порталында теркәлеп, туристик походҡа юллана ала.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/116356