Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктә 3 – 7 йәшлек балаларға түләүҙең нисек тәғәйенләнеүенә аңлатма бирҙе.
“Әстерхан өлкәһенән бер ҡатын Президенттың иғтибарын төбәктә балаға түләүҙе тәғәйенләү өсөн ата-әсәнең 12 ай буйы килем алыуы мотлаҡ булыуға йүнәлтте. Әгәр бер айҙа ғаиләнең килеме юҡ икән, аҡса түләнмәй. Башҡортостандың норматив-хоҡуҡи акттарында бындай талап ҡуйылмай. Бер ай ғына эшләгән ата-әсә балаһына ошо аҡсаны алырға хоҡуҡлы”, – тине министр.
Ғариза биреүселәргә балаға пособие алыу мәсьәләһендә махсус курс ярҙам итәсәк. Ул Республикаға идара итеү үҙәге тарафынан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә ойошторола. Telegram платформаһындағы чат-боттан пособие алыу шарттары, уның күләме, социаль ярҙам тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, быйыл 1 апрелдән 3 – 7 йәшлек сабыйҙарға пособие түләүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә ингәйне. Республикала 38 меңдән ашыу ғаилә түләүҙе яңы шарттар буйынса ала.