Социаль мәсьәлә
6 Июль 2021, 14:45

Биш ауыл халҡы акцияла ҡатнашты

Яңауыл районында “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы тамамланды.

Яңауыл районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы тамамланды.
Ике аҙна эсендә биш ауыл халҡы йәшәгән ерҙән алыҫ китмәйенсә медицина ярҙамына эйә булды. “Сәләмәтлек поездары” составында медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы табип-белгестәр, Нефтекама ҡалаһының Сәләмәтлек үҙәге, район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты, флюограф, маммолог эшләне.
“Күсмә бригада үҙенең бурысын сираттағы тапҡыр үтәне. Иң элек беҙ хроник һәм яман шеш сирҙәрен асыҡларға тырышабыҙ, табиптар дауалау сараһын билдәләй, консультация бирә. Акция барышында 30 кешенең ҡанында глюкоза, тағы ла 23-өндә холестерин миҡдарының күп булыуы асыҡланды. Пациенттарҙың 80 проценттан ашыуы ҡан баҫымы юғары булыуҙан, 109 кеше һимереүҙән яфалана. Шулай уҡ бер нисә кешенең яман шеш, шәкәр диабеты, туберкулез менән сирләү ихтималлығы бар”, – тине Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Тимур Мадъяров.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында ауыл халҡы белгестәр менән кәңәшләште, тәүге медицина ярҙамына эйә булды. Йәмғеһе 1990 кешенең һаулығы тикшерелде, 167 кешегә ковидҡа ҡаршы прививка яһалды, 305 маммография һәм 281 флюорография үткәрелде.
Фото: yanaul.bashkortostan.ru/presscenter/news/379571/
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас