Аҡ халатлыларҙы һәр саҡ изгелек ҡылыусы фәрештәләргә тиңләйбеҙ, сөнки уларҙың ҡулына кешеләрҙең сәләмәтлеге ышанып тапшырыла. Бигерәк тә ауыл ерендә эшләгән фельдшерҙар, күпселек осраҡта ғүмер буйы һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, ауыл халҡының һаулығын ҡайғыртып ҡына ҡалмай, эшен көндәлек бурыс тип кенә башҡармай, ә бар күңелен, булмышын бирә. Шулай булмаһа, көн-төн, ямғыр, ҡар, буран тимәй, һәр саҡ ауырыуҙарҙы хәстәрләп, уларҙы кәрәк сағында район дауаханаһына оҙатып йөрөр инеме?!
Шундай медицина хеҙмәткәрҙәренең береһе – Әбйәлил районының Амангилде ауылынан Рәйсә Ғиниәтова. Күрше Әбделғәзе ауылына йөрөп эшләй, көнөнә хатта бер нисә тапҡыр барырға ла тура килә уға. Әммә үҙ эшен яратыуы тәжрибәле фельдшерға ауырлыҡтар тыуҙырмай, киреһенсә, хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, әле лә сафта.
Хәмит ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә баш бала булараҡ донъяға ауаз һалған ҡыҙ бәләкәйҙән табип булырға хыяллана. 8-се класты 1973 йылда тамамлап, Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Дүрт йыл уҡыу дәүерендә фельдшер һөнәрен үҙ итә. Яҡшы ҡыҙҙар, егеттәр менән дуҫлаша. Бөгөнгә тиклем дуҫлыҡтары дауам итә.
Училищены уңышлы тамамлағас, Рәйсә районға эшкә ҡайта һәм 1977 йылдың апрель айында Үтәгән ауылында фельдшер булып хеҙмәт юлын башлай. Бер айҙан тормош иптәше Ғәлләм Сабирйән улы менән таныша һәм, күп тә үтмәй, йәштәр өйләнешә. Бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Артабан уға күрше Әбделғәзе ауылына йөрөп эшләргә тура килә. Бөгөн ул һәр пациентының йөрәк тибешен тоя, кемдең ни менән сирләгәнен, уға нисек ярҙам итергә кәрәклеген яҡшы белә.
– Ауылда күп кеше ҡан баҫымының күтәрелеүенә зарлана, тын юлы, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланыусылар ҙа байтаҡ. Олораҡтар һәр көн тиерлек ҡан баҫымын үлсәтергә килә, кемдер укол һалдырырға йөрөй. Балалар менән ололар һаулығын һәр саҡ тикшереп торам, кәрәк саҡта медицина ярҙамы ла күрһәтеп, район үҙәк дауаханаһына йүнәлтмә бирәбеҙ. Бар донъяны баҫып алған коронавирус сире лә беҙҙе лә урап үтмәне, был йәһәттән хәүефһеҙлек саралары теүәл үтәлде, сирлеләр даими күҙәтеүгә алынды, – ти ауыл фельдшеры.
Әйткәндәй, ауыл фельдшерына күп осраҡта психолог та, социаль хеҙмәткәр ҙә булырға тура килә. Рәйсә Таштимер ҡыҙы 45 йыл ғүмерен кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға бағышлаған. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн аҡ халатлы изге күңелле фәрештә “Хеҙмәт ветераны” һәм оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уңышлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Әйткәндәй, уның ире Ғәлләм Сабирйән улы байтаҡ йылдар “Ашығыс ярҙам” водителе булып эшләй. Ҡатыны менән уға күп тапҡыр төндә лә, байрамда ла сирлеләрҙе Асҡарға илтергә тура килә. Бөгөн улар 45 йыл ҡулға-ҡул тотоноп йәшәй. Ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, дүрт ейән һәм ике ейәнсәрҙәренең яратҡан өләсәһе һәм олатаһы ла улар. Өлкән улы Сәлим – ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһында, ҡыҙы Зөлфиә менән кинйә улдары Заһир ғаиләләре менән Сибайҙа йәшәй.
– Урыныма йәш белгестең килеүен теләйем, ярҙам да итер инем, тик ни өсөндөр йәштәр ауылдарға ҡайтырға ашҡынып тормай шул, – тип беҙҙе оҙатып ҡалды тәжрибәле фельдшер.