

“Инвестиция сәғәте” ултырышында республика Башлығы Радий Хәбиров өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн дәүләткә ҡарамаған социаль пансионаттар етәкселәре менән осрашыу үткәрергә ҡушты. Унда ошондай учреждениелар эшендәге көнүҙәк мәсьәләләр, уларға ярҙам күрһәтеү буйынса фекер алышыу күҙаллана.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, Башҡортостанда мохтаждарҙы тулы ҡиммәтле хеҙмәтләндереү өсөн 250-гә яҡын урын булдырырға кәрәк. “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар ошондай ойошмаларҙың береһе тәҡдим иткән проектты хупланы. Ул Иглин районының Пушкинский ауылында 22 урынлыҡ социаль хеҙмәтләндереү пансионаты асыуға ҡағыла. Проекттың инициаторы, "Бәхетле Мин” үҙәге директоры Надежда Погуляева белдереүенсә, пансионатты урынлаштырыу өсөн бина һайлағандар, унда реконструкция яһарға, йыһаз, ҡорамалдар менән тәьмин итергә кәрәк. Надежда Погуляева башланғысты концессия шарттарында тормошҡа ашырырға тәҡдим итте.
– Бындай учреждениеларға беҙҙә ихтыяж ҙур. Ләкин уларҙағы хәүефһеҙлеккә, уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бирергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Сентябрҙә бындай пансионаттарҙың етәкселәре менән кәңәшмә үткәрербеҙ. Унда район башлыҡтарын да саҡырырбыҙ. Ошондай проекттарға ярҙам сараларын тикшереү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡулай биналар исемлеген билдәләү зарур.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143416.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143416.html