

Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район биләмәһендә “Сәләмәтлек поезы” эшләй башланы. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы уҙғарыла.
Аныҡ йүнәлештә эшләгән белгестәр булмаған биләмәләрҙә Краснокама үҙәк район, Нефтекама, Яңауыл дауаханаларының, күсмә ФАП, күсмә маммограф һәм флюографтың юғары квалификациялы табиптары халыҡты ҡабул итә.
Ошо көндәрҙә “Сәләмәтлек поезы” Яңы Ҡайынлыҡ ауыл биләмәһендә эшләне. Урындағы мәктәп-интернатҡа күрше ауылдарҙан халыҡты ташыу ойошторолдо. Ике көн эсендә 400-гә яҡын кеше сәләмәтлеген тикшертте. Ошонда уҡ коронавирустан вакцина яһау ҙа ойошторолдо. 128 кеше прививка эшләтте.
Медицина автопоезы артабан Яңы Нуғай ауылына юлланды.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: krasnokama.bashkortostan.ru/presscenter/news/379956/