

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға ярҙам йөҙөнән медицина эшмәкәрлегенә лицензия алыу өсөн документтар буйынса ентекле инструкция әҙерләне. Ул министрлыҡтың рәсми сайтындағы “Лицензиялау” бүлегендә урынлаштырылған.
Әлеге инструкцияла лицензия алғанда йәки уны ҡайтанан рәсмиләштергәндә, медицина эшмәкәрлеген туҡтатҡанда, лицензиялар реестрынан мәғлүмәттәр биргәндә, документтарҙағы хатаны төҙәткәндә ғариза һәм уға теркәлергә тейешле документтарҙы тултырыу тәртибе ентекле аңлатыла, дәүләт пошлинаһын түләү өсөн һылтанмалар бирелә. Унда шулай уҡ бина, медицина ҡорамалдары алыу, тейешле белемгә эйә булған хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алыу, медицина изделиеларын техник хеҙмәтләндереү өсөн кәрәкле документтар исемлеге күрһәтелгән.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52096
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru