Социаль мәсьәлә
13 Июль 2021, 14:30

Нефтекамала өй туйлайҙар

Был граждандарҙың хоҡуғы “Интеграл” йәмғиәте тарафынан боҙолғайны.

Нефтекамала өй туйлайҙарНефтекамала өй туйлайҙар
Нефтекамала өй туйлайҙар

Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса Башҡортостанда төҙөүселәр тарафынан йөкләмәләрҙе үтәмәү һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү йәһәтенән эш дауам итә.

Бөгөн Нефтекамала 46 кешегә фатир асҡысы тапшырылды. Был граждандарҙың хоҡуғы “Интеграл” йәмғиәте тарафынан боҙолғайны. Компания йорттарҙы һалып бөтөү буйынса йөкләмәләрен үтәмәне. Әлеге шатлыҡлы ваҡиғаны улар алты йыл буйы көтөп алды.

Мәғлүм булыуынса, “Интеграл” акционерҙар йәмғиәте Нефтекамланың 25-се биҫтәһендә күп фатирлы йорттар һала башлағайны. 2017 йылдың декабрендә ошо биҫтәләге 7-се йорт файҙаланыуға тапшырылды һәм 120 ғаилә өй туйланы. 2019 йылда “Интеграл” бөлгөнлөккә төшөү сәбәпле уны яңы төҙөүсе компания – “Нефтекамскстройзаказчик” алмаштырҙы. Был ойошма объекттарҙы төҙөп бөтөүгә 500 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтте. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан кешеләрҙең проблемаһы хәл итеү өсөн тәүге тапҡыр төҙөүсене алмаштырыу алымы ҡулланылды.

2019 йылың сентябрендә биҫтәлә 27, 28-се йорттар сафҡа инде, 140 ғаилә фатир алды. Былтыр июндә 29-сы йорт файҙаланыуға тапшырылды һәм 63 өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелде. Әле иһә күп фатирлы һуңғы 26-сы йорт сафҡа инде, 46 кешегә фатир асҡысы тапшырылды. Нефтекамала йәмғеһе 249 алданған өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелде.

 

Фото: vk.com

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас