Социаль мәсьәлә
13 Июль 2021, 17:00

Ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж артасаҡ?

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәт баҙарындағы хәлде өйрәнеп, шундай һығымтаға килде.

Ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж артасаҡ?Ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж артасаҡ?
Ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж артасаҡ?

Алдағы өс йылда ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж артасаҡ? Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йыл һайын хеҙмәт баҙарындағы хәлде өйрәнеп, ниндәй эштәргә мохтажлыҡ булыуын асыҡлай.

Уларҙың күҙаллауынса, 2021 - 2023 йылдарҙа ауыл хужалығы, урман һәм балыҡсылыҡ хужалыҡтарына белгестәр күберәк кәрәк буласаҡ.

"Бөгөн республика биләмәһендә 80 меңдән ашыу ойошма эшләй. Уларға квалификациялы кадрҙар һәм сифатлы мәғлүмәт булыуы мөһим. Бының өсөн республикала махсус мәғлүмәт ресурсы әҙерләнгән. Эш биреүселәр үҙҙәренә ниндәй белгестәр кәрәклеге тураһында белдереп, мохтажлыҡты хәл итә ала", - тип белдерҙе ведомство етәксеһе урынбаҫары Юрий Мельников.

2020 йылда әҙерләнгән күҙаллауҙар буйынса, киләһе өс йылда квалификациялы белгестәргә һәм эшсе кадрҙарына дөйөм ихтыяж түбәндәгесә буласаҡ: 2021 йылда – 92,3 мең кеше, 2022 йылда – 95 мең, 2023 йылда 95,8 мең кеше талап ителәсәк. Белем кимәле йәһәтенән кадрҙарға өҫтәмә ихтыяж бүленеше шулай: квалификациялы кадрҙарға, хеҙмәткәрҙәргә ихтыяж – 12,9 мең кеше, урта звено кадрҙарына - 14,7 мең, юғары белемле белгестәргә – 66,7 мең.

Ауыл, урман һәм балыҡсылыҡ хужалыҡтарына дүрт мең кеше талап ителәсәк. Эш биреүселәр http://personnel.bashkortostan.ru порталында һорау алыуҙа ҡатнашып, кадрҙарға ихтыяжды өйрәнеүгә үҙ өлөшөн индерә аласаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж артасаҡ?
Ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж артасаҡ?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас