Социаль мәсьәлә
14 Июль 2021, 08:35

Йәштәрҙең мәшғүллегенә ярҙам итәләр

“СНЭМА-СЕРВИС” вәкилдәре асылған вакансиялар һәм хеҙмәткәрҙәр йыйыу күләме тураһында һөйләне.

Йәштәрҙең мәшғүллегенә ярҙам итәләрЙәштәрҙең мәшғүллегенә ярҙам итәләр
Йәштәрҙең мәшғүллегенә ярҙам итәләр

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо көндәрҙә эшмәкәрлеген “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырған Башҡортостандың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге “СНЭМА-СЕРВИС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә мәғариф ойошмалары вәкилдәре, практикалар һәм мәшғүллек бүлектәре мөдирҙәре, эшкә урынлаштырыу өсөн яуаплы методистар һәм белгестәр менән осрашыу үткәрҙе. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектын тормошҡа ашырыу һәм йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү саралары нигеҙендә ойошторолдо.

Осрашыуҙа “СНЭМА-СЕРВИС” вәкилдәре компания штатын үҫтереүгә һәм киңәйтеүгә бәйле күрһәтелгән комплекслы хеҙмәттәр, мөмкинлектәр, асылған вакансиялар һәм хеҙмәткәрҙәр йыйыу күләме тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусыларға уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү, һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим яһалды.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/122879

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/122879

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас