Социаль мәсьәлә
15 Июль 2021, 14:00

Арта ла арта...

Һуңғы тәүлектә республикала ковид йоҡторғандар 231 кешегә артты. Ҡайһы район-ҡалаларҙа сирлеләр күбәйә?

Арта ла арта...Арта ла арта...
Арта ла арта...

Республикала коронавирус инфекцияһы яңы көс менән таралыуын дауам итә. Өҫтәүенә үлем осраҡтары күбәйҙе.

Һуңғы тәүлектә республикала ауырыу йоҡторғандар 231-гә артып, бөтәһе 44 242 кеше тәшкил итте. Сир осраҡтарының айырыуса Белорет районында (46 осраҡ),  Стәрлетамаҡ (26), Өфө (19) ҡалаларында, Учалы районында (18) артыуын күрәбеҙ.

Һуңғы тәүлектә 190 ауырыу һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнә биш сирле вафат булған. Вирус ҡорбандары һаны республикала 671-гә етте. Әле стационарҙарҙа - 559, амбулатор шарттарҙа 1 852 кеше дауалана, 58 пациент ауыр хәлдә, 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Рәсәй буйынса ла ковидты йоҡторғандар һаны артыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә 25 293 осраҡ теркәлгән. Үлемдең артыуы айырыуса хәүефләндерә, тәүлек эсендә яңы антирекорд ҡуйылған - 791 ауырыу вафат булған. Был зәхмәттән һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы – вакцинация. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: Lenta.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас