Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Июль 2021, 20:30

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә

Акция башланғандан алып табиптар 48815 кешене ҡабул иткән.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар, флюографтар һәм маммографтар, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша.

Белгес-табиптар төркөмөнә терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡалар инде. Сара барышында бөтә райондарҙа ауыл халҡы белгестәрҙән консультация алып, медицина тикшереү үтә, тәүге медицина ярҙамына эйә була ала.

Акция башланғандан алып табиптар 48815 кешене ҡабул иткән, 25715 тикшереү, шул иҫәптән 16231 флюорография, 9484 маммография үткәрелгән. 1867 кешенең ҡанында глюкоза, 2637-һендә холестерин кимәле, 4232-һендә ҡан баҫымы юғары булған, 2953 кешелә һимереү сире асыҡланған. 1414 социаль әһәмиәтле ауырыу теркәлгән, шул иҫәптән 259 кешенең – яман шеш, 187-һе – шәкәр диабеты, 29-ы – туберкулез, 939-ының гипертония менән сирләүе ихтимал, бер кешелә миокрад инфаркты асыҡланған. Бындай ауырыуҙар диагнозын аныҡ билдәләү өсөн өҫтәмә тикшереүгә ебәрелгән.

Әле бригадалар алты районда графикка ярашлы эшен дауам итә:

Өфө маршруты – Благовещен районында эш башлай (19 – 21 июлдә – Һынны, 22 – 26 июлдә – Богородский ауылдарында);

Дыуан маршруты – Мәсетле районында эшләй (19 – 23 июлдә – Юныс ауылында);

Нефтекама маршруты – Нефтекама ҡалаһында (19 – 21 июлдә – Энергетик, 22 – 27 июлдә – Әмзә ауылдарында);

Октябрьский маршруты – Бәләбәй районында (19 – 21 июлдә – Знаменка, 22 – 23 июлдә – Мәтәүбаш ауылдарында);

Стәрлетамаҡ маршруты – Стәрлетамаҡ районында эшен дауам итә (19 – 21 июлдә – Үрге Уҫылы, 22 – 23 июлдә – Оло Ҡуғанаҡ ауылдарында);

Белорет маршруты – Бөрйән районында (16 – 19 июлдә – Әтек ауылында) эшен тамамлап, Баймаҡ районында (21 – 22 июлдә – Түбә, 23 – 27 июлдә – Бикеш ауылында) халыҡты ҡабул итә башлай.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында 6931 кеше, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 2908 кеше вакцинацияның тәүге этабын үткән, 3340 кеше (1435 өлкән йәштәге кеше) вакцинаның ике компонентын да яһатҡан.

 

Фото: vk.com

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: