Социаль мәсьәлә
16 Июль 2021, 04:00

Сибайҙа быйыл 300-сө бала тыуҙы

"Улыбыҙға ошо матур исемде күптән һайлап ҡуйғайныҡ", ти бәхетле атай.

Сибайҙа быйыл 300-сө бала тыуҙыСибайҙа быйыл 300-сө бала тыуҙы
Сибайҙа быйыл 300-сө бала тыуҙы

Сибайҙың ЗАГС бүлеге етәксеһе Айгөл Бохарбаева белдереүенсә, кисә таусылар ҡалаһында быйыл 300-сө бала тыуыуы тураһында акт теркәлгән.

Бәхетле ғаилә Гөлнара һәм Артур Аҡаевтарҙың Ибраһим исемле улдары ошо түңәрәк һан аҫтында тыуыу тураһындағы танытмаға эйә булҡан. Өс йәшлек ағаһы Алиға иш булып донъяға килгән сабыйға ата-әсәһе Ибраһим тип ҡушҡан.
"Кем тыуырын алдан белеп, улыбыҙға ошо матур исемде күптән һайлап ҡуйғайныҡ", - ти ғаилә башлығы Артур Рим улы.
Айгөл Бохарбаева йәштәргә танытма тапшырып, сабыйҙың имен-һау үҫеүен, ғаиләгә бәхет теләне.

Фото: Айгөл Бохарбаева.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас