Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Июль 2021, 16:41

Йәрмәкәй ғаиләләре фатир алып ҡыуана

Йәрмәкәй районы үҙәгендә “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы төҙөлгән дүрт ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылған. 

Программаны респуб­ликаның Ауыл хужалығы министрлығы тормошҡа ашыра. Был – Рәсәй­ҙәге яллау килешеүе буйынса фатир биреү өсөн төҙөлгән иң ҙур объекттарҙың береһе. Ауыл хужалығы министры­ның беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәх­мәтов һүҙҙә­ренә ҡара­ғанда, яңы фа­тирҙарҙың өстән бер өлөшөн “Төньяҡ Нива Баш­ҡортостан” агросәнәғәт пред­приятиеһы эшсәндәре алған. Ойошма һөт малсылығы буйынса республикала иң ҙур  инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Уның хеҙмәткәр­ҙәренә һигеҙ фатир бирелгән, ҡалған 16-һын дауахана, белем биреү һәм мәҙәниәт ойошмаларында эшләүселәр алған.Йәрмәкәй районының төрлө ауылдарында программа буйынса икешәр фатирлы, бер ҡатлы тағы биш йорт төҙөлә. Программа буйынса ра­йондарға торлаҡ төҙөүгә субсидиялар бү­ленә. Фатирҙар аҙаҡ граждандарға социаль яллау килешеүе буйынса бирелә.Үткән йылда республикала 84,3 миллион һум аҡса бүленгән, был 61 ғаиләгә көнкүреш шарттарын яҡшыр­тырға форсат биргән. Һөҙөмтәлә 37 шәхси йорт, Йәрмәкәйҙә күп фатирлы йорт төҙөлгән.  Быйыл райондарға “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт прог­раммаһын бойомға ашырыуға 49,3 миллион һум бүленгән.

- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Читайте нас: