Социаль мәсьәлә
17 Июль 2021, 07:30

Сәфәрҙәрҙең хыялы тормошҡа ашты

"Бындай клубта эшләге генә килеп тора. Оҙаҡламай ижади түңәрәктәрҙең эше лә тергеҙеләсәк”.

Сәфәрҙәрҙең хыялы тормошҡа аштыСәфәрҙәрҙең хыялы тормошҡа ашты
Сәфәрҙәрҙең хыялы тормошҡа ашты

Учалы районының Сәфәр ауылында мәҙәниәт йортон яңыртҡандар. Был ҡыуаныслы ваҡиғаны ауыл халҡы йылдан ашыу көткән. 1958 йылда уҡ төҙөлгән клуб күптән инде ныҡлы йүнәтеү талап иткән булған. Бер йыл эсендә төҙөкләндереү эштәре үткәреп, ҡыйыҡты алыштырғандар, фасадын, сәхнәһен яңыртҡандар.

“Беҙ был турала күптән хыялландыҡ, – тип һөйләй мөдир Эльмира Моратшина. – Ҡаҙанлыҡ бүлмәһен рәткә килтерҙек, йыһаз һатып алдыҡ, яңы пәрҙәләр элдек, методик кабинет та яңыртылды. Бындай клубта эшләге генә килеп тора. Оҙаҡламай ижади түңәрәктәрҙең эше лә тергеҙеләсәк”.

Сәфәр клубында ижади төркөмдәр бихисап, унда 300-ләп кеше шөғөлләнә. Ҡул эштәре түңәрәге, теннис секцияһы, вокал берләшмәһе, “Серҙәштәр” фольклор ансамбле эшләй.

Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина әйткәнсә, бындағы мәҙәниәт йорттары заманса ял итеү үҙәктәренә әйләнә бара. “Федераль, республика һәм муниципаль программалар ныҡ ярҙам итә. “Мәҙәниәт” милли проекты, “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты үҫешкә этәргес булды”, – ти ул.

“Кесе Ватан мәҙәниәте” проектында Учалы һәм Ҡунаҡбай ауылдарының мәҙәниәт йорттары ҡатнашҡан.

“2021 йылда Уральск ауылы ла ҡушыла, – ти Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың вице-спикеры Эльвира Айытҡолова. – Һөҙөмтәләрҙе күрәбеҙ – ауыл клубтары замансалаша, ижади берләшмәләр эше йәнләндерелә. Уларға йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә йөрөй”.

Йәш белгестәрҙе, йәмәғәтселәрҙе йәлеп итергә, ялды ойоштороуҙың яңы төрҙәрен эҙләргә лә ниәттәре бар сәфәрҙәрҙең. Клуб ауылдың мәҙәни үҙәгенә әйләнергә тейеш, тип иҫәпләй улар.

Фото: Учалы районының мәҙәниәт бүлеге, “Бәйләнештә”ге төркөмдән.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас