Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Июль 2021, 19:00

"Гел беренсе булһындар тип"

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәгән Гөлсәсәк һәм Альберт Мәҡсүтовтар ғаиләһендә - оло ваҡиға.

"Гел беренсе булһындар тип"
"Гел беренсе булһындар тип"
Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәгән Гөлсәсәк һәм Альберт Мәҡсүтовтарҙа оло ваҡиға — игеҙәктәре Алина һәм Айгиз тыуҙы. Өс бала тәрбиәләнгән ғаилә хәҙер тағы ла ишлерәккә әйләнде.
Өлкән улдары юғары белем алһа, икенсе ҡыҙҙары Нәркәс 6-сы мәктәпте тамамлаған. 5-се класҡа уҡырға барасаҡ Наҙгөлгә - 10 йәш.
Алина ҡустыһы Айгиздән ике минутҡа алда тыуған. Ҡыҙҙың ауырлығы 2950 грамм булһа, Айгиздеке - 2770. Бәпестәрҙең тән оҙонлоғо бер иш – 50 сантиметр.
"Сабыйҙарға исемде атайҙары һайланы, - ти Гөлсәсәк Юлай ҡыҙы. - Исемдәренең "А" хәрефенән башланыуын гел беренсе булһындар тип юраныҡ. Игеҙәк булырын баштан белдек".
Сибай ҡалаһы хакимиәте бер нисә йыл рәттән игеҙәк бәпәйҙәре тыуған ғаиләләргә матур бүләк әҙерләй. Был юлы ла Мәҡсүтовтарҙың сабыйҙары дауахананан сығыуға коляска әҙерләп ҡуйылғайны. Бының өсөн ишле ғаилә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Бәхетле ата-әсәнең икеләтә шатлығын уртаҡлашабыҙ, сабыйҙарҙың имен-һау үҫеүен теләйбеҙ.
 
Фото: "Атайсал" гәзите сайты.
 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: