Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Июль 2021, 14:00

48 йәштә тәүге тапҡыр мәсеткә аяҡ баҫа...

Егерме йәшлек егетте тап ошо урында йәшен ата һәм ул күреү һәләтен юғалта...

48 йәштә тәүге тапҡыр мәсеткә аяҡ баҫа...
48 йәштә тәүге тапҡыр мәсеткә аяҡ баҫа...

Имам-хатип Рауил Хәбибуллиндың  аяныслы яҙмышы китап яҙырлыҡ. Благовар районының Иҫке Һынны ауылында мәсет һалыуға тотонған ирҙе тап ошо урында йәш сағында йәшен ата һәм ул күреүҙән яҙа...

Күреү һәләтен юғалтһа ла, дингә, иманға ышанысы арта. “Миңә егерме генә йәш ине. Көслө ямғырға эләккәс, ағас аҫтына йәшенергә булдым. Көтмәгәндә йәшен һуҡты. Шул көндән алып ике тиҫтә йылға яҡын дауаханалар юлында йөрөнөм, бер ни ҙә ярҙам итмәне тиерлек. Апайым миңә мәсеткә барып ҡарарға кәңәш бирҙе. Ғүмеремдә тәүге тапҡыр  48 йәшемдә мәсеткә аяҡ баҫтым, – тип һөйләй бөгөн имам-хатиб. – Шул көндән алып үҙемдә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр тоя башланым. Уға тиклем аяғыма ла ныҡлап баҫа, йүнләп һөйләшә лә алмай торғайным, тамаҡ ныҡ янғанға күрә йотоуы ла ауыр ине. Хәлем яҡшырҙы. Ҡазан ҡалаһында инвалидтарҙы уҡытҡан мәҙрәсә хаҡында белдем, шунда уҡып, ауылда мәсет төҙөргә рөхсәт алғандан һуң, шул эшкә тотондом.”

Имам булыу өсөн юғары белем алыу кәрәк. Рауил Хәбибуллин Өфөлә уҡып белем ала. Хәҙер ярҙамсыһы менән йәкшәмбе мәктәбе ойоштороп, ауылдаштарына дин белеме өләшә. Мәсетте быйыл Рамаҙан айында төҙөй башлағандар, нигеҙе һалынған, стеналары күтәрелгән. Бағыусылар нигеҙҙә – ауылдаштары. Кемдер – төҙөлөш материалы, кемдер аҡса менән ярҙам итә. Ямғырҙар башланғансы, тиҙерәк ҡыйығын ябыу теләге менән йәшәйҙәр.

Ярҙам итергә теләүселәр булһа, рәхим итегеҙ! Сауаплы булырһығыҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, ошо телефон аша бәйләнешкә инә алаһығыҙ: 8-937-34-38-403.

 

Фото: BashNews

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: