Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Июль 2021, 20:15

Был ҡорамалды - һәр йортҡа

Туймазы районының Уяҙытамаҡ һәм Соҡаҙыбаш ауылдарына янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамалдар ҡуйылды.

Был ҡорамалды - һәр йортҡа
Был ҡорамалды - һәр йортҡа

Туймазы районының Уяҙытамаҡ һәм Соҡаҙыбаш ауылдарына янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамалдар ҡуйылды.

"Атайсал" республика проектына ярашлы, Туймазы районына уларҙы Янғынға ҡаршы хеҙмәт дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе урынбаҫары Константин Терещенко алып килде. Датчиктарҙы һатып алыуҙа Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шильдяев бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән. Уяҙытамаҡҡа - 216, ә Соҡаҙыбаш ауылына 88 янғын хәбәр иткесе бирелде. Уларҙың бер өлөшөн йорттарға бөгөн үк ҡуйҙылар, ҡалғандары ошо аҙнала урынлаштырыласаҡ. Ике ауылдағы күп балалы ғаиләләрҙә датчиктар күптән бар ине, улар бөгөн 27 янғын тураһында хәбәр итеү ҡорамалы алды.

Константин Терещенко әйтеүенсә, республикала был ҡорамалдарҙы 2016 йылдан алып бушлай тараталар. Улар үҙҙәрен аҡлай, 629 кешене, шул иҫәптән 224 баланы ҡотҡарған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: "Атайсал - бәләкәй Ватан" проектын төбәк етәксеһе Радий Хәбиров башлап ебәргәйне. Уға 100-ҙән ашыу ауыл хакимиәте башлығы һәм муниципаль хеҙмәткәр, төрлө кимәлдәге закон сығарыу органдарының 54 депутаты, фермер хужалыҡтары етәкселәре, эшҡыуарҙар ҡушылды.

Фото: Туймазы районы хакимиәте.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: