Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Июль 2021, 16:30

Дауаханала заманса ҡорамалдар монтажлана

Киләһе аҙнала тәүге пацинеттарҙы яңы ҡорамалдар ярҙамында тикшерергә ниәтләйҙәр.

Дауаханала заманса ҡорамалдар монтажлана
Дауаханала заманса ҡорамалдар монтажлана

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Балтас үҙәк район дауаханаһында флюограф менән рентген аппаратын монтажлайҙар. Рентген диагностикаһы комплексының хаҡы – 11,3 миллион һум, ә флюографтыҡы – 7,6 миллион һум.

– Ҡорамалдарҙы урынлаштырыу өсөн бүлмә тулыһынса әҙер. Медицина йыһаздарын монтажлауҙы һәм йүнәтеүҙе тәьминәтсе йәки махсус сервис үҙәге эксперттарына ғына ышанып тапшырабыҙ, – тине дауахананың баш табибы вазифаһын башҡарыусы Салауат Ғилметдинов. – Профессиональ ҡараш – медицина белгестәренең үҙ эшен сифатлы башҡарыуы нигеҙе ул. Шуға күрә ҡорамалдарҙы монтажлағанда тәүге көйләгестәр һәм тейешле режимды һайлау ҙур әһәмиәткә эйә. Техника даими яңыра, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас үҙенсәлектәре, функциялары бар. Инженерҙарҙың бурысы – техниканы дөрөҫ көйләү.

Киләһе аҙнала Балтас дауаханаһында тәүге пацинеттарҙы яңы ҡорамалдар ярҙамында тикшерергә ниәтләйҙәр.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/382326/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/125625

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: