Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
22 Июль 2021, 12:00

Халыҡты нимә борсой?

Мөрәжәғәттәр һаны кәмей башлаған, 5-11 июлдәге осорға ҡарағанда 805-кә аҙыраҡ.

Халыҡты нимә борсой?
Халыҡты нимә борсой?

Республикаға идара итеү үҙәге системалары социаль селтәрҙә халыҡты барыһынан да элек коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыу темаһы борсоғанын асыҡлаған.

Үткән аҙнала “Инцидент-менеджмент”  һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша вакцинация темаһы буйынса 1773 хәбәр килгән. Шуның менән бергә мөрәжәғәттәр һаны кәмей башлаған, 5-11 июлдәге осорға ҡарағанда 805-кә кәмегән.

Икенсе урында - төҙөкләндереү темаһы (243 мөрәжәғәт, үткән аҙна менән сағыштырғанда 48-гә күберәк). Өсөнсө урында – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (222 мөрәжәғәт, 30-ға күберәк). Юлдар һәм социаль яҡлау мәсьәләләре аҙыраҡ сағылыш тапҡан – дүртенсе һәм бишенсе урында.

Үткән аҙнала Республикаға идара итеү үҙәге халыҡтан килгән 3304 мөрәжәғәтте эшкәрткән, 1663-ө – “Инцидент-менеджмент”, 1671-е Кире бәйләнеш платформаһы аша.


‍Фото: ”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: