Социаль мәсьәлә
22 Июль 2021, 10:00

“Сәләмәтлек поездары”н көтөп алалар

Акция 8 октябргә тиклем дауам итә.

“Сәләмәтлек поездары”н көтөп алалар“Сәләмәтлек поездары”н көтөп алалар
“Сәләмәтлек поездары”н көтөп алалар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала "Сәләмәтлек поездары"ның эшен телгә алды.

"Беҙҙең “Сәләмәтлек поездары” Башҡортостан буйлап сәфәрен дауам итә. Ошо көндәрҙә иң яҡшы табиптар заманса диагностикалау ҡорамалдарында Благовещен, Мәсетле, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондары халҡын тикшерә.

Терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡа белегстәр ҡабул итә. Бөтә республика буйынса улар 43 меңдән ашыу кешенең һаулығын тикшергән һәм диагностика дауам итә.

Улар яман шеш, диабет, туберкулез кеүек сирҙәрҙе, йөрәк-ҡан тамырҙарындағы етешһеҙлектәрҙе “тотҡан”. Иң мөһиме – был ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлаған. Сирҙе башланған осоронда уҡ дауалау ғүмерҙе ҡотҡарып ҡалыу мөмкинлеген бирә.

Ауыл халҡы әйткәнсә, хужалыҡ упҡындай йота – ҡалаға барып, һаулығыңды тикшертергә форсат бик һирәк була. Шуға күрә “Сәләмәтлек поездары” бик кәрәк, уларҙы көтөп алалар.

Акция 8 октябргә тиклем дауам итә. Был аҙнаға уларҙың эш теҙмәһе менән https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/3819  һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин",  тип яҙҙы төбәк Башлығы.

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас