Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Июль 2021, 22:00

"Барыһы ла беҙ теләгәнсә түгел әле"

Инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышында ниндәй проблемалар ҡаралды?

"Барыһы ла беҙ теләгәнсә түгел әле"
"Барыһы ла беҙ теләгәнсә түгел әле"

23 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышын үткәрҙе.

Көн тәртибендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең социаль объекттарға, тораҡтарға, йәмәғәт транспортына инеүен уңайлы итеү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Республика етәксеһе координация советының төп йүнәлештәрен билдәләне. Ошо иҫәптә – ҡала һәм ауылдарҙа инвалидтар өсөн асыҡ мөхит булдырыу, уларҙың ихтыяждарына ярашлы торлаҡ һатып алыу, адаптив физик культураны үҫтереү, инвалид балаларҙы реабилитациялау.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, асыҡ мөхит булдырыу буйынса хәл яҡшыра. Быны Өфө миҫалында ла яҡшы күрергә мөмкин. Яңы йәмәғәтселек урындарын, ҡала парктарын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ихтыяжына яуап бирерлек итеп проектлайҙар, инвалидтар йәшәгән күп ҡатлы йорттар подъездарын пандустар менән тәьмин итеү дауам итә. Ҡала транспорты паркын пандуслы һәм башҡа уңайлыҡтары булған автобустар тулыландыра.

"Әммә барыһы ла беҙ теләгәнсә түгел әле, – тип билдәләне Ленара Иванова. – Һәр саҡта ла автобус водителе коляскалағы инвалидҡа ярҙам ҡулы һуҙмай. Йәмәғәт транспорттары бордюрҙан алыҫ туҡтала. Ҡайһы саҡта водителде саҡырыу төймәһе эшләмәй".

Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына пандустар менән йыһазландырылған подъездарҙы арттырырға ҡушты. Шулай уҡ йәмәғәт транспорты водителдәренә инвалидтарға ярҙам күрһәтеү буйынса инструктаж үткәреү, туҡталыштарҙа тәртип булдырыу бурысын Транспорт министрлығы һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтте.

Республикала адаптив физик культура үҫеше тураһында мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, яңыраҡ ошо дисциплина буйынса уҡытыусылар әҙерләү маҡсатындағы федераль белем биреү стандартын ҡабул иткәндәр. 133 педагог яңы стандарттар буйынса әҙерлек үткән. Яңы уҡыу йылына был белгеслек буйынса кадрҙарға ҡытлыҡ 80 процентҡа ябыласаҡ.

Төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков  Өфө миҫалында инвалидтарҙың торлаҡ мәсьәләһе нисек хәл ителеүе хаҡында һөйләне.

"Торлаҡ йәмле һәм уңайлы булһын өсөн төҙөүселәргә нормативтарҙы теүәл үтәргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был йәһәттән министрлыҡ муниципалитеттар хакимиәттәре менән берлектә закон нормаларының үтәлешен тикшерергә тейеш". Республика етәксеһе Төҙөүселәрҙең төбәк ассоциацияһы ултырышында күп ҡатлы йорттар һалыуҙың төп аспекттарын инвалидтар мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотоп ҡарарға ҡушты.

Ултырышта сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләү мәсьәләһен сараға саҡырылған ата-әсәләр күтәрҙе. ”Диамалы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма директоры республика етәкселегенә мәктәптә туҡланыуға төрлө сирҙәрҙән яфаланған балалар өсөн махсус меню индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр үҙ тәҡдимдәрен дә индерҙе. Күмертау ҡалаһынан Надежда Варламова реабилитацияға сертификаттар биреү буйынса мәсьәләне күтәрҙе.

Фекер алышыуҙы йомғаҡлап, Радий Хәбиров сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларын системалы хәл итергә саҡырҙы.

– Тәжрибәм күрһәтеүенсә, ҡуйылған бурыстар өҫтөндә бергәләп эшләгәндә, уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ, – тине республика етәксеһе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: