Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Июль 2021, 09:30

Маҡсат – сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау

Был аппарат туберкулезды, яман шеште һәм тын алыу ағзаларының бүтән сирҙәрен ваҡытында асыҡлау мөмкинлеген бирәсәк.

Маҡсат – сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау
Маҡсат – сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау

Республиканың Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һәм һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын яңыртыу программаһы нигеҙендә Асҡын үҙәк район дауаханаһында матди техник базаны нығытыу дауам итә.

Мәҫәлән, халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн медицина учреждениеһында заманса һанлы флюорография аппараты ҡуйылған. Яңы ҡорамал юғары сифатлы снимоктар яһау мөмкинлеген бирә, пациентҡа – нур, медицина персоналына радиация йоғонтоһо ла аҙыраҡ. Поликлиникала заманса ҡорамал урынлашасаҡ бүлмәгә капиталь ремонт яһалған.

Мәғлүм булыуынса, был аппарат туберкулезды, яман шеште һәм тын алыу ағзаларының бүтән сирҙәрен ваҡытында асыҡлау маҡсатында күмәк рентгенологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнә. Заманса флюограф район халҡының һаулығын хәстәрләү йәһәтенән ҙур ярҙам күрһәтәсәк.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: