Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Июль 2021, 21:15

Республика менән идара итеү үҙәге нисек эшләй?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты штабының рәйестәше Елена Шмелева Республика менән идара итеү үҙәгендә булды.

Республика менән идара итеү үҙәге нисек эшләй?
Республика менән идара итеү үҙәге нисек эшләй?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты штабының рәйестәше Елена Шмелева Республика менән идара итеү үҙәгендә булды.

Был – килгән ялыу-тәҡдимдәрҙе оператив эшкәртеү, идара итеү мәсьәләләрен тиҙ хәл итеүгә йүнәлтелгән мәғлүмәти системалар комплексы. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская ҡунаҡты системаның эшләү механизмы, яҡынса һөҙөмтәләр менән таныштырҙы.

Үҙәк хеҙмәткәрҙәре оҡшаш проблемаларҙы сағыштыра, уларҙы килтереп сығарған сәбәптәрҙе асыҡлай һәм аналитиканы дәүләт структураларына тапшыра. Һөҙөмтәлә мәсьәләне власть вәкилдәре хәл итә, киләсәктә ундай проблема булырмы-юҡмы икәнен күҙаллай.

“Республика менән идара итеү үҙәге беҙгә хәлде аңларға, күп һорауҙар буйынса килешеп эшләргә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, мөрәжәғәттәр буйынса коммуналь ҡалдыҡтар менән хәлдең нисек икәнен анализлай алабыҙ. Был - сүп-сарҙы алып сығыу эшен атҡарған төбәк операторҙарының хеҙмәт сифатын күҙәтеүҙә тотоу программаһы”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика халҡынан килгән мөрәжәғәттәр “йылылыҡ картаһы”нда сағылыш таба. Экрандағы ҡыҙыл төҫ – мәсьәлә буйынса иң күп мөрәжәғәт теркәлгәнен (йәғни, топ-мөрәжәғәттәр), миләүшә төҫө – бер ялыу йәки бөтөнләй юҡ тигәнде аңлата.

Елена Шмелёва һәр мөрәжәғәтте хәл итеүҙең мөһимлеген һәм социаль-коммуникация системаларын үҫтереү зарурлығын билдәләне.

Фото: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: