Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Июль 2021, 14:00

Предприятие ғаиләләрҙе хәстәрләй

Белоретта 225 бала һәм уларҙың ата-әсәләре сәләмәтлеген нығытасаҡ, ялдарын күңелле, файҙалы итеп үткәрәсәк.

Предприятие ғаиләләрҙе хәстәрләй
Предприятие ғаиләләрҙе хәстәрләй

Белорет металлургия комбинатында йәйге ял кампанияһы июль урталарында “Әсә һәм бала” заезының асылыуы менән башланды.

“Белоречье” шифахана-профилакторийында 14-әр көнлөк бер нисә заезд планлаштырылған. 14 йәшкә тиклемге 225 бала һәм уларҙың БМК-ла хеҙмәт иткән ата-әсәләре бында сәләмәтлеген нығытасаҡ, ялдарын күңелле, файҙалы итеп үткәрәсәк. Улар өсөн төрлө һауыҡтырыу процедуралары, күңел асыу саралары һәм көнөнә биш тапҡыр туҡланыу ойоштороу ҡаралған.

“Былтырғы кеүек үк, коронавирус инфекцияһына бәйле, предприятиеның йәйге һауыҡтырыу программаһы ваҡытына һәм йөкмәткеһенә үҙгәрештәр индерелде. Бар саралар ҙа “Роспотребнадзор” талап иткән ҡағиҙәләрҙе күҙәтеп башҡарыласаҡ", - ти БМК-ның персонал менән эшләү идаралығы начальнигы Олег Тертычный.

Фото БМК сайтынан.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: