Социаль мәсьәлә
26 Июль 2021, 09:30

Прививка яһатмаһаң, дауаханаға һалмайҙар

Республика Башлығы Указына тейешле үҙгәреш 2 августан индерелә.  

Прививка яһатмаһаң, дауаханаға һалмайҙарПрививка яһатмаһаң, дауаханаға һалмайҙар
Прививка яһатмаһаң, дауаханаға һалмайҙар

Республика Башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә, ковидтан прививка яһатмағандарҙы планға ярашлы дауаханаға һалыуҙан баш тартасаҡтар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы оператив штаб ошондай ҡарарға килгән.

"Баш табиптарҙың һәм төп белгестәрҙең фекеренсә, яман шештән һәм йөрәк ауырыуҙарынан яфаланған кешеләрҙән тыш, башҡа пациенттарҙы коронавирустан мотлаҡ вакцина һалдырыу шарты менән генә планлы госпиталләштереү тураһындағы положениены ғәмәлгә индерергә кәрәк. Был медицина ойошмаһында сирҙең таралыу хәүефен кәметеү һәм медицина ярҙамын өҙлөкһөҙ күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк", – тине Максим Забелин.

Шул уҡ ваҡытта, министр әйтеүенсә, ашығыс ярҙам вакцинация тураһындағы сертификаттың булыу-булмауына ҡарамаҫтан күрһәтеләсәк.

Республика Башлығы Указына тейешле үҙгәреш 2 августан индерелә.

Фото: bashinform.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас