Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Июль 2021, 08:00

100-өнсө һәм 400-өнсө сабыйҙар теркәлде

Өс йәшлек Ғәзиз “ағай” булды...

100-өнсө һәм 400-өнсө сабыйҙар теркәлде
100-өнсө һәм 400-өнсө сабыйҙар теркәлде

Асҡын районының ЗАГС бүлегендә быйылғы йылдың 100-сө сабыйын теркәү тантанаһы үтте.

Ғаиләлә бала тыуыу ваҡиғаһы - һәр саҡ шатлыҡлы хәл. Гөлшат һәм Владислав  Шаһиевтарҙың йәш ғаиләһе тағы бер сабыйға байыны. Иҫтәлекле статистиканы тулыландырған ҡыҙына ата-әсә Айлина тигән матур исем ҡушҡан. ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре йәш ғаиләгә шатлыҡлы көндәр, һаулыҡ теләп, тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм бүләктәр тапшырҙы.

Ә айҙың тәүге аҙнаһында Сибай ҡалаһының ЗАГС-ында 400-сө сабый теркәлде. Гүзәл һәм Ирек Үтәшевтәрҙең ғаиләһендә Ғайсар исемле ул тыуҙы.  Уларҙың өс йәшлек Ғәзиз исемле улдары ла бар. Шулай итеп, өс йәшлек Ғәзиз ҡустыһына “ағай” булды. Йәш ғаиләләрҙең бөтә теләктәре тормошҡа ашһын, бәләкәстәрен иҫән-һау, именлектә һәм шатлыҡта үҫтерергә яҙһын!

 

Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: