Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Июль 2021, 13:00

Стәрлетамаҡ кескәйҙәрен яңы баҡсаларҙа көтәләр

Ҡалала 260 һәм 90 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы сафҡа индерелә. 

Стәрлетамаҡ кескәйҙәрен яңы баҡсаларҙа көтәләр
Стәрлетамаҡ кескәйҙәрен яңы баҡсаларҙа көтәләр

Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Стәрлетамаҡтың Көнбайыш торлаҡ районындағы 4А һәм 7Б биҫтәләрендә 260 һәм 90 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы сафҡа индерелә. Әле объекттарҙа төҙөлөш-монтаж һәм эшкә ҡушыу-көйләү ғәмәлдәре башҡарылған. Баҡсалар барлыҡ талаптарға тап килә һәм файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт ҡағыҙҙарын алған. Сентябрҙә улар кескәйҙәрҙе ҡабул итә башлай.

Мәктәпкәсә мәғариф ойошмалары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына һәм Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы төҙөлгән.

260 урынлыҡ балалар баҡсаһында 12 төркөм асыла, шуларҙың икеһе – ясле йәшендәгеләр өсөн. 90 урынлыҡ баҡса дүрт төркөмгә иҫәпләнә. Һәр төркөмөдөң үҙ бүлмәһе, уйын зонаһы, дөйөм файҙаланыу урындары бар. учреждениеларҙа шулай уҡ спорт залы, медицина пункты, өҫтәмә белем биреү кабинеттары асыла. Ихаталарҙа балалар һәм физкультура майҙансыҡтары йыһазландырылған.

Мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр өсөн айырым уңайлыҡтар ҡаралған: лифттар бар, пандустар ҡуйылған.

260 урынлыҡ балалар баҡсаһы – Стәрлетамаҡта иң ҙур баҡсаларҙың береһе буласаҡ. Бина ике параллель корпустарҙан тора. улар бер-береһе менән ике ҡатлы үткәүел менән тоташтырылған. Мәктәпкәсә учреждениеның дөйөм майҙаны – дүрт мең квадрат метр самаһы. Проектты тормошҡа ашырыуға, ҡорамалдарҙы иҫәпкә алып, 180 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Икенсе балалар баҡсаһының хаҡы – 97 миллион һум.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://building.bashkortostan.ru/presscenter/news/383504/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/127956

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: