Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Июль 2021, 19:30

3 августан ниндәй үҙгәреш көтөлә?

Ә был хәбәр дауаханаларға ятып дауаланырға теләгәндәргә ҡағыла...

3 августан ниндәй үҙгәреш көтөлә?
3 августан ниндәй үҙгәреш көтөлә?

Башҡортостан Башлығы коронавирус шарттарында юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индереүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Туҡланыу учреждениеларына, театр, кинозал, мәҙәниәт һарайы һәм матурлыҡ салондарына, солярий, фитнес-клуб, бассейн һәм физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, шифаханаларға, ятаҡтарға ингәндә, ҡала яны пассажирҙар транспортында һәм “Орлан” поезында йөрөгәндә вакцинация тураһында сертификат талап итмәйәсәктәр. Сертификат йәки ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмәне музей һәм төнгө клубтарға ингәндә, спорт ярыштары ябыҡ бинала үткәрелгәндә һораясаҡтар.

Ә был хәбәрҙең күптәргә ҡағылыуы мөмкин: 3 августан медицина ойошмаларына планлы рәүештә дауаланырға ятырға әҙерләнгәндә коронавирустан прививка яһатыу тураһында сертификат булыуы мөһим. 500-ҙән ашыу кеше йыйылған күләмле саралар республиканың баш санитар табибы менән килешеү нигеҙендә генә үткәрелә. Был профессиональ спорт командалары матчтарына ҡағыла.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: