

Туймазы районында йәшәүсе Роза Нәбиуллинаның социаль селтәрҙәге әсенеүле һүҙҙәрен күптәр уҡығандыр.
”Дүрт йыл инде Ҡандра ауылының Колхоз урамына яһалма тигеҙһеҙлек һалыуҙарын һорайбыҙ . Бер баланы машина тапатты бит инде, йәнә бер фажиғәгә тарыуҙарын көтәбеҙме? Автомобилдәр ағымы артыуы менән бергә юл йөрөү хәүефе лә артты,” - тигән хәбәр үткән йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Республикаға идара итеү системаларының береһенә – “Инцидент-менеджмент”ҡа эләгә.
Мәсьәлә 2021 йылдың 29 июлендә хәл ителә. Был хаҡта Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марсель Сафин хәбәр иткән. Юл төҙөүселәр дүрт урында яһалма тигеҙһеҙлек һәм юл билдәләре урынлаштырған. Йәйге каникулдар тыныс үтер, ата-әсәләр балаларының хәүефһеҙлеге өсөн борсолмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ.
Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге халыҡтан килгән бөтә мөрәжәғәттәрҙе лә контролдә тота.
Фото: Туймазы районы хакимиәте.