

Бөгөн Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Әбйәлил районында эш сәфәре менән булды һәм бер нисә социаль объектты ҡараны.
“Красная Башкирия” совхозының Һамар бүлексәһе ауылында 1970 йылда төҙөлгән дөйөм белем биреү мәктәбе авария хәлендә. 1921 йылдың март айында төҙөлөштә ебәрелгән етешһеҙлектәр арҡаһында түшәм плитәләре емерелә. Уҡыусыларҙы уҡытыу балалар баҡсаһы базаһында ике сменала ойошторола. Премьер-министрҙың әйтеүенсә, бинаны ремонтлау мөмкин түгел, уны һүтергә һәм яңыһын төҙөргә кәрәк. Ул мәктәпте төҙөүгә проект-смета документацияһын әҙерләргә ҡушты.
–Беҙ быйыл уҡ эшкә тотоноу өсөн Республика адреслы инвестиция программаһына үҙгәрештәр индерәсәкбеҙ, уны 2022 йылдың 1 сентябренә асыуҙы планлаштырабыҙ, – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр Озерный ауылындағы авария хәлендәге “Росинка” балалар баҡсаһын ҡараны. Бинаны ремонтлау мөмкин түгел, сөнки ул даими һыу баҫыу хәүефе аҫтында тора. Яҙ осоронда һыу бина эсенә үк үтеп инә.
– Беҙ Озерный ауылында яңы урында яңы балалар баҡсаһы төҙөргә ҡарар иттек. Демографик үҫеште күҙ уңында тотоп, уны яңы мәктәп менән ҡушасаҡбыҙ, – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр шулай уҡ 18,1 километр тәшкил иткән Асҡар–Әлмөхәмәт-Сибай автомобиль юлын ремонтлау барышы менән танышты. Юлдың яртыһы ремонтланған, быйыл тағы ла өс километр юл файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ул тулыһынса 2022 йылға әҙер буласаҡ.
– Был юл 30 йыл тирәһе ремонтланмаған, – тине Андрей Назаров. – Участканы асыу төбәктә транспорт бәйләнешен һиҙелерлек яҡшыртасаҡ. Ул Урал аръяғы халҡы өсөн илле километр араны ҡыҫҡартырға ярҙам итәсәк, ә иң мөһиме, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген арттырасаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.