Социаль мәсьәлә
13 Август 2021, 07:30

Был – иғтибар һәм хәстәрлек миҫалы

“Һуғыш ауырлыҡтарын кисергән һәм бала ғына килеш Бөйөк Еңеү хаҡына хеҙмәт юлын башлаған, ә унан һуңғы йылдарҙа илде тергеҙгән быуын кешеләренә беҙ барыбыҙ ҙа рәхмәтлебеҙ. Хәҙер улар оло йәштә һәм беҙҙең хәстәрлеккә мохтаж".

Был – иғтибар һәм хәстәрлек миҫалыБыл – иғтибар һәм хәстәрлек миҫалы
Был – иғтибар һәм хәстәрлек миҫалы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы Указға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы, “Һуғыш балалары” категорияһына ҡараған граждандар август-сентябрҙә 1000 һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған пособие аласаҡ.

“Башҡортостанда һуғыш балалары тураһында”ғы законды быйыл 25 мартта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡабул иткәйне.

Законда билдәләнеүенсә, "һуғыш балалары" статусына 1927 йылдың 22 июне менән 1945 йылдың 3 сентябре арауығында тыуған һәм республикала йәшәүсе оло быуын вәкилдәре инә. Әле республикала оло быуындың Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыуған 189 меңдән ашыу вәкиле йәшәй.

“Матди ярҙамдың күләме әлегә ҙур түгел. Коронавирус пандемияһы сәбәпле иҡтисади хәлдең ҡатмарлы булыуына бәйле, эште беҙ ошо аҙымдан булһа ла башлайбыҙ. Кисектерергә ярамай. Башҡортостан иҡтисады ҡабаттан үҫеш рельстарына баҫыу менән был түләүҙең күләмен арттырасаҡбыҙ”,  –  тип белдергәйне ул саҡта Радий Хәбиров.

“Һуғыш ауырлыҡтарын кисергән һәм бала ғына килеш Бөйөк Еңеү хаҡына хеҙмәт юлын башлаған, ә унан һуңғы йылдарҙа илде тергеҙгән быуын кешеләренә беҙ барыбыҙ ҙа рәхмәтлебеҙ. Хәҙер улар оло йәштә һәм беҙҙең хәстәрлеккә мохтаж. Һис шикһеҙ, һуғыш балалары алдында беҙҙең бурысыбыҙ ҙур һәм рәхмәттебеҙҙе белдергән яҡлау сараларының һәммәһе лә аҙ булыр һымаҡ. Улар менән аралашҡанда бер тауыштан: “Һуғыш балалары” статусын алыу мөһимерәк ине", – тигәндәрен ишетәһең, сөнки бөтә ғәмәлдәр ҙә аҡса һәм льготалар менән генә билдәләнмәй”,  –  тип белдерҙе республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.

Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Валерий Шәрипов та Радий Хәбировҡа һуғыш балалары тураһындағы законға бәйле башланғысы өсөн рәхмәтен еткерҙе.

“Иң мөһиме – был категорияға ҡараған граждандарҙы рәсми таныу һәм таныҡлыҡ биреү. Республика етәксеһенә был йәһәттән әүҙем позиция белдергәне өсөн рәхмәт. Пандемиялы йылдан һуң иҡтисадтың тулыһынса тергеҙелеп бөтмәүенә, республика ҡаҙнаһының социаль тармаҡта ҙур көсөргәнеш кисереүенә ҡарамаҫтан, республика Башлығы бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр хаҡында Указға ҡул ҡуйҙы. Ауыр һуғыш осорон кисергән кешеләр өсөн был иғтибар бик мөһим”, –  тине ул.

Анатолий Филиппов 1944 йылдың 9 майында тыуған, ғүмер буйы баш ҡаланың Калинин районында йәшәгән. 1963 йылдан Өфө моторҙар төҙөү берекмәһендә эшләгән. Тәүҙә ракеталар, унан һуң төрлө деталдәр, агротехника етештереүҙә ҡатнашҡан, “Рысь” ҡаргиҙәрҙәрен һынаған. Хәҙер вертолет техникаһы менән эшләй. БАССР-ҙың атҡаҙанған машина төҙөүсеһе, хеҙмәт ветераны. Әле лә әүҙем тормош алып бар, спорт мастеры. Күптән түгел уға “Һуғыш балалары” танытмаһын тапшырғандар.

“Тарихи йәһәттән һуңыраҡ булһа ла, был хәлгә мин һәм йәштәштәрем бик шат. Беҙгә республика етәкселегенең иғтибары, Ватан алдындағы ҡаҙаныштарыбыҙҙы баһалауҙары ҡиммәт. Бигерәк тә статусы мөһим, түләүҙәре һәм льготалары ғына түгел. Бәғзеләр бер мең һум аҙ тип әйтер, әммә республиканың пандемия осорондағы иҡтисади проблемаларын иҫәпкә алғанда, был, киреһенсә, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан оло быуын кешеләрен иғтибар һәм хәстәр күрһәтеү миҫалы ул. Әлбиттә, ташламаларҙы файҙаланасаҡбыҙ, мәҫәлән, шифахана-курорт ялы буйынса”, – ти Анатолий Филиппов.

“Башинформ” мәғлүмәттәре буйынса.

Фото: mordov.er.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас