

Был алым законға ярашлы һәм, оҙаҡ йылдар социаль пенсия алыуға ҡарағанда, байтаҡҡа отошлораҡ та. Рәсәй Пенсия фондына мөрәжәғәт итһәгеҙ, етмәгән йылдар һәм балл өсөн өҫтәп күпме аҡса түләргә кәрәклеген әйтерҙәр. Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын эшләгәндәргә генә түләйҙәр. Талаптар әллә ни ҡаты түгел, әммә уларҙы мотлаҡ үтәү шарт. Быйыл 12 йыл стаж һәм 21 пенсия коэффициенты (халыҡ телендә – балл) кәрәк. Стаж йәки балл етмәһә, уларҙы һатып алырға була. Быны нисек эшләргә һәм иҡтисади яҡтан файҙаһы бармы?
Күсеү осоро
Стажға һәм балл һанына талап йылдан-йыл арта. Күсеү осоро 2024-2025 йылдарҙа тамамлана. Башта минималь стаж 15 йылға тиклем арта, һуңынан коэффициенттар күләме 30-ға етә. Ошонан һуң талап артмаясаҡ.
Хаҡлы ялға сыҡҡан мәлгә тейешле стаж һәм балл туплай алмаһағыҙ, мәсьәләне ике төрлө алым менән хәл итергә мөмкин.
Кәрәкле срокты тултырыу
Йәғни пенсияға сыҡмайынса, эште дауам итергә кәрәк. Иң мөһиме – ул рәсми булһын, һәм эш биреүсе һеҙҙең өсөн страховка иғәнәһен түләһен. Кәрәкле сумма тупланғас, Рәсәй Пенсия фондына ғариза биреп, страховка пенсияһына хоҡуҡ алырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта бөтә нәмә күпме стаж һәм балл етмәүгә, әлеге мәлдә алған рәсми эш хаҡы күләменә (йәғни йыл һайын күпме балл өҫтәлеүгә) бәйле.
Балл менән стажды һатып алыу
Рәсәйҙә бындай хоҡуҡ 2018 йыл аҙағында барлыҡҡа килде. Ул осорҙа махсус закон ғәмәлгә инде. Унда “дәүләт менән ошондай килешеү” төҙөү мөмкинлеге биргән формула билдәләнгәйне. Стаж һәм балл хаҡы арзан түгел. Шулай ҙа социаль пенсия тәғәйенләгәнде көтөп ултырғансы, был күп йәһәттән отошлораҡ. Социаль пенсияны страховка пенсияһынан биш йылға һуңыраҡ түләйҙәр һәм уның күләме 1,5 тапҡырға аҙыраҡ.
Стажды һәм балды нисек һатып алырға?
Мәҫәлән, кеше үҙенә хаҡлы ялға ваҡытында сығыу өсөн бер нисә йыл ғына стаж менән биш балл етмәүен аңлап ҡалды, ти. Етмәгән йылдарҙы һәм балл күләмен һатып алыу өсөн алдан уҡ Рәсәй Пенсия фондына ғариза яҙырға кәрәк. Фондта иҫәпләп, бюджетҡа күпме өҫтәмә аҡса түләргә кәрәклеген әйтерҙәр.
Стаж һатып алыу өсөн формула ил буйынса хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменә бәйле. Әле ул – 13 мең һум самаһы. Уны 12 календарь айға һәм 22 процентҡа ҡабатларға кәрәк. 34 мең һум килеп сыға. Дәүләт эш стажының өҫтәмә йылын тап ошо хаҡҡа баһалай. Уның өсөн бер пенсия балы өҫтәлә.
Балл һатып алыу өсөн башҡа формула ҡулланыла. Ул эш биреүсе йылына түләгән страховка иғәнәләренең иң ҙур күләменә бәйле (әле 1 миллион 465 мең һум). Был сумманы шул уҡ 22 процентҡа ҡабатлап, 9,57 балға (2021 йылда бирелгән максималь балл күләме) бүлергә кәрәк. Һөҙөмтәлә, бер балл бер йыл стаж кеүек үк, яҡынса 34 мең һумға төшә.
Тимәк, ике йыл стаж менән биш балл етмәһә, 170 мең һум түләргә тура килә. Ике йыл стаж өсөн түләһәгеҙ, берәр балл бирелә, йәғни биште түгел, ә өс балды өҫтәмә рәүештә һатып алырға кәрәк буласаҡ.
Был отошломо?
Иҫәпләп ҡарайыҡ. Ил буйынса уртаса пенсия 15 мең һум самаһы, ләкин балл бик аҙ икән, минималь пенсияға ғына дәғүә итергә мөмкин. Ул бөтә төбәктәрҙә лә бер төрлө түгел, пенсионерҙың йәшәү минимумына бәйле. Айына уртаса – 10 мең самаһы.
170 мең һум түләһәң, был 17 ай буйы страховка пенсияһы алыуға тиң. Рәсәй Пенсия фонды статистикаһына ярашлы, пенсия йәшенә еткән ирҙәр уны – 16, ә ҡатын-ҡыҙҙар 26 йыл дауамында ала. Был миҫалдан күренеүенсә, стаж менән балды өҫтәмә хаҡҡа һатып алыу отошло.
Әгәр ҙә инде стаж менән балды һатып алмайынса, минималь күрһәткестәргә тиклем эшләмәһәң, социаль пенсияға ғына иҫәп тоторға ҡала. Уны биш йылға, йәки 60 айға, һуңыраҡ тәғәйенләйҙәр. Айына бер нисә мең һумға аҙыраҡ аҡса алаһығыҙ.
Дөйөм алғанда, “дәүләт менән килешеү” хаҡлы ялға сығырға бик аҙ ваҡыт ҡалған, әммә стажы һәм балы етмәгәндәр, айырыуса эш хаҡын конвертта алғандар өсөн отошло. Әлбиттә, сикләүҙәр ҙә юҡ түгел. Талап ителгән стаж менән балдың яртыһын ғына өҫтәмә рәүештә һатып алырға була. Йәғни әле 12 йыл стаж менән 21 балл талап ителһә, ысын стаж кәмендә алты йыл тәшкил итергә, ошо ваҡыт эсендә иң аҙы 10,5 балл эшләп алынырға тейеш.
Йәнә бер үҙенсәлек – стажды ла, балды ла шунда уҡ тотош һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Пенсия алыу өсөн бер нисә йыл стаж етмәһә, өҫтәмә иғәнәне бер нисә йыл дауамында түләргә тура киләсәк. Ул саҡта кеше йыл һайын икешәр йыл стаж эшләй ала. Әйткәндәй, өҫтәмә страховка иғәнәләрен өлөштәргә бүлеп, мәҫәлән, ай һайын түләргә була.
Ата-әсәйеңә стаж һәм балл һатып алырға мөмкинме?
Әлбиттә, аҡсаны үҙең өсөн дә, башҡа кешеләр өсөн дә күсерергә була. Ата-әсәйегеҙ лайыҡлы пенсия ала алмаһа, уларға ярҙам итергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта стаж менән балды минималь күрһәткестәргә тиклем генә һатып алыу рөхсәт ителә.
- Махсус битте Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.