Социаль мәсьәлә
13 Август 2021, 11:11

Ни өсөн картанан аҡса юҡҡа сыға?

legkopoleznolegkopolezno
Фото:legkopolezno

Ошо арала картанан пенсия аҡсаһының юғалыуына ялыуҙар артты. Берәүҙәр карталағы аҡсаһын тотоноуын онотоп, ялыу итһә, икенселәр иһә алдаҡсылар ҡорбанына әүерелә. Пенсия картаһындағы аҡса ни өсөн юҡҡа сыға һәм уны нисек кире ҡайтарырға?

 

Мәсьәләне нисек хәл итергә?

 

1 июлдән банктар пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе “Мир” милли түләү системаһы карталарына ғына күсерә башланы. Ә бына сит ил түләү системалары карталарына (Visa, MasterCard) пенсияны улар һала алмай. Рәсәй Пенсия фондының “Мир” картаһына күсеү тураһында даими иҫкәртеүенә, шул уҡ ваҡытта күсеү ваҡытының кисектерелә килеүенә ҡарамаҫтан, өлкәндәр араһында документтарын ваҡытында тапшырмағандар байтаҡ. 

– Шул сәбәпле аҡсаһы халыҡ-ара түләү системалары карталарына күсерелгән кешеләрҙең пенсияһы һәм пособиелары банк тарафынан кире ҡайтарыла. Әлбиттә, “Мир” картаһын һуңыраҡ та алырға мөмкин, тик ул саҡта кеше пенсия һәм пособие аҡсаһын ала алмай. Карта асылғас ҡына аҡса түләнә. Әйткәндәй, банктар Пенсия фондына бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәй, шуға күрә “Мир” картаһын алғас, кеше үҙе яңы реквизиттарын Пенсия фондына хәбәр итергә тейеш. Бының өсөн Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинет һәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон тәртиптә йәки Пенсия фондының территориаль органында, күп йүнәлешле үҙәктә шәхсән ғариза тапшырырға кәрәк, – ти хоҡуҡ яҡлаусы, “Корчаго һәм партнерҙар” адвокаттар коллегияһы рәйесе Евгений Корчаго.

Әйткәндәй, пенсия аҡсаһы бер ҡайҙа ла юҡҡа сыҡмай, иртәме-һуңмы, кеше уны мотлаҡ ала. Теге йәки был сәбәп арҡаһында “Мир” картаһын алып өлгөрмәһәгеҙ, пенсия түләнгән мәлдән алып ун көндән дә һуңға ҡалмайынса, банкка ғариза яҙыу шарт. Пенсияны ҡулаҡса менән дә түләйҙәр. Бынан тыш, карта алыу ҙа мотлаҡ түгел. Аҡсаны картаға беркетелмәгән махсус иҫәпкә күсертергә йәки ҡулаҡса менән алырға була. Үҙегеҙгә уңайлы ысулды һайлап, Рәсәй Пенсия фондына был хаҡта хәбәр итергә генә кәрәк.

 

Пенсия картаһынан аҡса ҡасан законға ярашлы алына?

 

Һуңғы ваҡытта пенсионерҙар карталарынан аҡса алыныуға зарлана. Бында йыш ҡына банктың бер ғәйебе лә юҡ. Оло кешенең ҡайһы бер нәмәләрҙе, мәҫәлән, кредит алыуын һәм уның өсөн түләргә кәрәклеген онотоуы ла бар.

– Ҡайһы берҙә пенсия картаһынан аҡсаны законға ярашлы алалар. Мәҫәлән, кешенең бурысы булып, ошоға бәйле эш суд приставына тапшырылған осраҡта. Пристав бурыслының мөлкәт хәлен, шул иҫәптән банктағы иҫәбен тикшерә һәм иҫәп булыуы асыҡланған осраҡта ундағы аҡсаға арест һалыу тураһында ҡарар сығара. Ҡарарҙы алыу менән банк уны үтәргә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта  ул аҡсаның бурыс иҫәбенә алынмай торған килем булыуын да тикшерергә тейеш, – тине Европа юридик хеҙмәтенең төп юрисы Людмила Старовойтова.

Иҫәпкә пенсия күскәс тә банк башҡарыу эштәре тураһындағы закон талаптарын ҡулланырға тейеш. Был законға ярашлы, карталағы керемдең иң күбе 50 процентын ғына тотоп ҡалырға мөмкин. Тимәк, бурыс иҫәбенә пенсия аҡсаһын алыу тыйылмай, уның күләменә ҡағы­лышлы сикләүҙәр генә бар.

– Артыҡ йәки хата менән тотолған аҡсаны суд приставтары пенсионерға кире ҡайтара. Өҫтә­үенә, әгәр пенсия аҡсаһы берҙән-бер килем сығанағы булһа, бурыслы кеше, суд приставына пенсиянан тотолған аҡса күләмен кәметеүҙе һорап ғариза яҙа ала. Шул уҡ ваҡытта пристав бурыслының мөрәжәғәте буйынса ыңғай ҡарар ҡабул итә ала, ләкин закон уға бындай бурыс йөкмәтмәй, – тип өҫтәне Людмила Старовойтова.

- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.

Читайте нас