

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы Указға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы, “Һуғыш балалары” категорияһына ҡараған граждандар август-сентябрҙә 1000 һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған пособие аласаҡ, тип хәбәр иткәйнек.
“Башҡортостанда һуғыш балалары тураһында”ғы законды быйыл 25 мартта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы ҡабул итте. Унда билдәләнеүенсә, "һуғыш балалары" статусына 1927 йылдың 22 июне менән 1945 йылдың 3 сентябре арауығында тыуған республикала йәшәүсе оло быуын вәкилдәре инә. Әле республикала 189 меңдән ашыу һуғыш осоронда тыуған оло быуын вәкиле йәшәй.
Указға бәйле үҙ фекерен күренекле башҡорт ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр белдерҙе.
"Мәғлүм булыуынса, “Һуғыш балалары” статусы Башҡортостанда йәшәгән 189 мең кешегә бирелде. Был – шаҡтай ҙур һан. Уйлап ҡараһаң, ошо кешеләр араһында оло йәштәгеләр ҙә, сағыштырмаса йәшерәктәр ҙә бар. Уларҙың барыһын да бер ғәмәл берләштерә: һәммәһе лә дәһшәтле һуғыш осороноң һәм яуҙан һуңғы йылдарҙың ауырлыҡтарын кисергән. Был шанлы йылдар хәтергә оло һынау осоро булып уйылып ҡалған. 50-се йылдарға тиклем икмәккә туймай инек, яҙ етһә, баҫыуҙарҙы иңләйбеҙ... Туң бәрәңге тапһаҡ – шатлыҡ, уны табала ҡыҙҙырып ашай инек. Йәй буйы үләндәр йыйҙыҡ, йыуа, ҡаҡы тапһаҡ – оло ниғмәт, үҙе бер һый. Ә ат ҡолағынан хәҙер йәймә эшләгән кеше бармы икән? Уның да тәмен һаман тоям һымаҡ.
Ошо йылдарҙы кисергән кешеләр өсөн “Һуғыш балалары” статусын алыу бик мөһим ине.
Был – етәкселектең аҡыллылыҡ билдәһе, хәстәр һәм иғтибар өлгөһө. Баш ҡалала ошо айҡанлы байтаҡ оло йәштәгеләрҙе саҡырып, тантаналы рәүештә танытма тапшырҙылар, хөрмәт күрһәттеләр, райондарҙа иһә документты оло йәштәгеләрҙең йорттарына ла алып барҙылар – был да власть вәкилдәренең кеселеклелеген, кешелеклелеген дәлилләй.
Әйткәндәй, ул осорҙа аҡсалата ярҙам тураһында аныҡ һүҙ юҡ ине, ә хәҙер махсус пособие түләнәсәге рәсми мәғлүм булды. Уның күләме мөһим түгел – оло йәштәгеләр өсөн нисә һум булһа ла был – оло ярҙам, пенсияға өҫтәмә. Иғтибар һәм хәстәр өсөн рәхмәт.