Социаль мәсьәлә
16 Август 2021, 09:00

“Башҡорт ихаталары” – үтәлерлек программа

Радий Хәбиров: “Республика буйлап эш сәфәрҙәрендә һәр саҡ ихаталарҙы ҡарап китәм, сөнки беҙҙең “Башҡорт ихаталары”н нисек төҙөүҙәрен белеү ҡыҙыҡлы”.

“Башҡорт ихаталары” – үтәлерлек программа“Башҡорт ихаталары” – үтәлерлек программа
“Башҡорт ихаталары” – үтәлерлек программа

“Республика буйлап эш сәфәрҙәрендә һәр саҡ ихаталарҙы ҡарап китәм, сөнки беҙҙең “Башҡорт ихаталары”н нисек төҙөүҙәрен белеү ҡыҙыҡлы”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә шулай тип яҙҙы.

“Был программаны үтәүгә аҡсаны башлыса республика бирә, шуға күрә ихаталарға асфальт түшәүҙе, туҡталыштар эшләүҙе, хәүефһеҙ резина япмалы спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөүҙе, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары ҡуйыуҙы талап итәбеҙ”, – ти Радий Фәрит улы.

Эштең сифатына ла талап юғары. Бер нисә ихатаны төҙөүселәрҙән ҡабул итмәгәндәр, август аҙағына тиклем бөтә иҫкәрмәләр төҙәтелеп бөтөргә тейеш. "Былтыр коронавирус арҡаһында эш бер аҙ һүлпәнәйгәйне, ләкин пландар элекесә ҡала: 2024 йылға саҡлы 200 ихатаны төҙөкләндерергә тейешбеҙ”, – ти республика етәксеһе.

 

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас