Социаль мәсьәлә
16 Август 2021, 09:00

Ҡырмыҫҡалыла – Ғаилә байрамы

Байрамда “Яҡташтар” проектында еңгән өс кеше бүләкләнде. Ҡырмыҫҡалылар йөҙ номинант араһынан хөрмәткә лайыҡ яҡташтарын һайлап алып, ҙур ышаныс күрһәтте.

Ҡырмыҫҡалыла – Ғаилә байрамыҠырмыҫҡалыла – Ғаилә байрамы
Ҡырмыҫҡалыла – Ғаилә байрамы

Ҡырмыҫҡалыла Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙайлы ғүмер йылына арналған Ғаилә байрамы булып үтте. Бөтәбеҙгә лә тәбиғи аҙыҡ-түлектең сәләмәт туҡланыуҙың айырылғыһыҙ өлөшө икәнлеге яҡшы билдәле. Шуға күрә Ҡырмыҫҡалыла “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” тип аталған ауыл хужалығы йәрминкәһе халыҡтың иғтибарын яуланы.

Бында Ҡырмыҫҡалы ерендә үҫтерелгән йәшелсәне, бал, йомортҡа, һөт, ҡаймаҡ кеүек тәбиғи сифатлы аҙыҡтарҙы һатып алырға мөмкин. ”Йәйҙең ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, йәшелсә-емеш емерелеп үҫте, уларҙы халыҡҡа һата алыуыбыҙға шатбыҙ”, – ти Константиновкала шәхси хужалыҡ тотҡан Алексеевтар. Һатып алыусыларҙы Ҡырмыҫҡалының үҙендә фасовкаланған юғары сифатлы Һиндостан, Кения, Ҡытай сәйҙәре, урында әҙерләнгән еләк-емеш ҡаҡтары ла ҡыҙыҡһындырҙы.

Байрамда “Яҡташтар” проектында еңгән өс кеше бүләкләнде. Ҡырмыҫҡалылар йөҙ номинант араһынан хөрмәткә лайыҡ яҡташтарын һайлап алып, ҙур ышаныс күрһәтте.

Байрам сәхнәһендә еңеүселәрҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡотланы, уларға диплом һәм миҙалдар тапшырҙы. “Һаулыҡ һаҡлау” номинацияһында үҙәк район дауаханаһы табибы Винерита Саяпова, “Мәҙәниәт” номинацияһында Һарт-Шишмә ауылы клубы мөдире Фәнзиә Өмөтҡолова, “Сәнәғәт” номинацияһында “Коммунальник” йәмғиәте директоры Фәнис Насиров еңеүсе булды. Рәсәйҙең VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев та, байрамда ҡатнашып, үҙенең матур тәьҫораттарын бүлеште. “Ауылдаштар осраша, аралаша, фекер уртаҡлаша, яңылыҡтарын һөйләй – быларҙың бөтәһе лә быуындан-быуынға күсеп килгән ырыу һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡларға һәм нығытырға ярҙам итә”, – тине Павел Качкаев.

 

Фото: "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәнән.

Ҡырмыҫҡалыла – Ғаилә байрамы
Ҡырмыҫҡалыла – Ғаилә байрамы
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас