Социаль мәсьәлә
18 Август 2021, 07:28

Был – иғтибар һәм хәстәрлек миҫалы

TwitterTwitter
Фото:Twitter

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы Указға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы, “Һуғыш балалары” категорияһына ҡараған граждандар август-сентябрҙә 1000 һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған пособие аласаҡ.  “Башҡортостанда һуғыш балалары тураһында”ғы Законды быйыл 25 мартта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡабул итте.

Законда билдәләнеүенсә, “һуғыш балалары” статусына 1927 йылдың  22 июне менән 1945 йылдың 3 сентябре арауығында тыуған республикала йәшәгән оло быуын вәкилдәре инә. Әле республикала һуғыш осоронда тыуған 189 меңдән ашыу оло быуын вәкиле йәшәй.

“Матди ярҙамдың күләме әлегә ҙур түгел. Коронавирус пандемияһына бәйле иҡтисади хәлдең ҡатмарлы булыуына бәйле, эште беҙ ошо аҙымдан булһа ла башлайбыҙ. Әммә көтөргә ярамай. Башҡортостан иҡтисады ҡабаттан үҫеш рельстарына баҫыу менән был түләүҙең күләмен арттырасаҡбыҙ”,  –  тип белдергәйне ул осорҙа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.

“Һуғышты үҙ иңендә кисергән һәм бала ғына килеш Бөйөк Еңеү хаҡына хеҙмәт юлын башлаған, ә һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде тергеҙгән  быуын кешеләренә беҙ барыбыҙ ҙа рәхмәтлебеҙ. Хәҙер улар оло йәштә һәм беҙҙең хәстәргә мохтаж.  Һис шикһеҙ, һуғыш балалары алдында беҙҙең бурысыбыҙ ҙур һәм рәхмәтебеҙҙе белдергән яҡлау сараларының һәммәһе лә аҙ булыр һымаҡ. Улар менән аралашҡанда, һәммәһе лә бер тауыштан “һуғыш балалары” статусын алыу мөһимерәк  ине тип әйтәләр, сөнки бөтә ғәмәлдәр ҙә фәҡәт аҡса һәм льготалар менән генә билдәләнмәй”,  –  тип белдерҙе республиканың Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.

Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Валерий Шәрипов та Радий Хәбировҡа һуғыш балалары тураһындағы законға бәйле башланғысы өсөн рәхмәтен еткерҙе.

“Иң мөһиме был категорияға ҡараған граждандарҙы рәсми таныу һәм таныҡлыҡ биреү булды. Республика етәксеһенә был йәһәттән әүҙем позиция белдергәне өсөн рәхмәт. Пандемиялы йылдан һуң иҡтисад тулыһынса тергеҙелеп бөтмәүенә,  республика ҡаҙнаһы социаль тармаҡта ҙур көсөргәнеш кисереүенә ҡарамаҫтан, республика Башлығы бер тапҡыр түләнә торған түләүҙәр хаҡында Указға ҡул ҡуйҙы. Ауыр һуғыш осорон кисергән кешеләр өсөн был иғтибар бик мөһим”, –  тине ул.

 Рәшит ШӘКҮР, яҙыусы, ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ  шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:

 – Мәғлүм булыуынса, “Һуғыш балалары” статусы Башҡортостанда йәшәүсе 189 мең кешегә бирелде. Был –  шаҡтай ҙур һан. Уйлап ҡараһаң, ошо кешеләр араһында оло йәштәгеләр ҙә, сағыштырмаса йәшерәктәр ҙә бар. Уларҙың барыһын да бер ғәмәл берләштерә: һәммәһе лә дәһшәтле һуғыш осороноң һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙың ауырлыҡтарын кисергән. Был шанлы йылдар хәтергә оло һынау осоро булып уйылып ҡалған.  50-се йылдарға тиклем икмәккә туймай инек, яҙ етһә, баҫыуҙарҙы иңләйбеҙ... Туң бәрәңге тапһаҡ – шатлыҡ, уны табала ҡыҙҙырып ашай инек. Йәй буйы үләндәр йыйҙыҡ, йыуа, ҡаҡы тапһаҡ – оло ниғмәт, үҙе бер һый. Ә ат ҡолағынан хәҙер йәймә эшләгән кеше бармы икән? Уның да тәме әле һаман телдә торған кеүек.

Ошо йылдарҙы кисергән кешеләр өсөн “Һуғыш балалары” статусын алыу бик мөһим ине. Был –  етәкселектең аҡыллылыҡ билдәһе, хәстәр һәм иғтибар  өлгөһө. Баш ҡалала ошо айҡанлы байтаҡ  оло йәштәгеләрҙе саҡырып,  тантаналы рәүештә танытма тапшырҙылар, хөрмәт күрһәттеләр, райондарҙа иһә документты оло йәштәгеләрҙең йорттарына ла алып барҙылар  – был да власть вәкилдәренең кеселекле һәм кешелекле сифаттарын  дәлилләй. Әйткәндәй, ул осорҙа аҡсалата ярҙам тураһында аныҡ һүҙ юҡ ине, ә хәҙер махсус пособие түләнәсәге рәсми мәғлүм булды. Уның күләме мөһим түгел – оло йәштәгеләр өсөн нисә һум булһа ла был – оло ярҙам, пенсияға өҫтәмә. Иғтибар һәм хәстәр өсөн рәхмәт.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас