Социаль мәсьәлә
24 Август 2021, 10:30

Ололар яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәк

Тик ғаилә, тыуған йорт йылыһын, балалар һөйөүен бер ни ҙә алыштыра алмай...

Ололар яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәкОлолар яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәк
Ололар яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәк

Көйөргәҙе районында өлкәндәрҙе һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһен ремонтлауға 6,5 миллион һум аҡса бүленгән. Свобода ауылындағы психоневрология интернатының стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһен капиталь ремонтлауҙы 15 сентябргә тамамларға тейештәр.

Беренсе ҡаттағы  эштәр май айында тамамланған. Икенсеһен төҙөкләндереү өсөн йәнә дүрт миллион һум бүленгән. Финанслауҙы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үҙ өҫтөнә алған. Бинаны яңыртыу һөҙөмтәһендә бүлексә тағы 20 кешене ҡабул итә аласаҡ. Әле бында 30 өлкән кеше йәшәй. Эш артыу менән учреждение штатын киңәйтеү ҡарала. Мөдир Әҡсән Ҡаҙаҡбаев әйтеүенсә, бүлексә 18 йыл эшләй, ә бина 1984 йылда төҙөлгән. Ремонт үткәрелмәһә, ябыу хәүефе лә булған. “Яңыртыуҙан һуң өлкәндәр өсөн аҙыҡ әҙерләү бүлмәһе булдырыласаҡ. Ашхана бар, әммә күптәр үҙҙәре яратҡан аш-һыуҙы бешерергә теләй. Электр плитәләре, раковина ҡуясаҡбыҙ. Ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе буласаҡ”, – ти мөдир.

Бүлексәлә 59 йәштән 81 йәшкә тиклемге пенсионерҙар йәшәй. Ҡайһылары эргәһенә балалары, туғандары килеп йөрөй, тик барыһына ла түгел. Бында йәшәүселәр күбәйгәнлектән, саф һауала йөрөү майҙаны ла киңәйтелергә тейеш, тип иҫәпләй Әҡсән Ҡаҙаҡбаев. Район хакимиәте алты сутый ерҙе бушлай ҡуртымға бирергә әҙер. Законлаштырыу эштәре генә ҡалған.

Яңыраҡ бүлексәлә Дәүләт Думаһының VII саҡырылыш депутаты Зариф Байғусҡаров булып к итте.

Уның әйтеүенсә, бында өлкәндәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған, тик ғаилә, тыуған йорт йылыһын, балалар һөйөүен бер кем дә алыштыра алмай. “Элекке йылдарҙа ололарҙан балаларының телефондарын алып шылтырата, ата-әсәләрен үҙҙәренә алыуын үтенә торғайным. Төрлөсә яуап ҡайтарҙылар, кемдер ризалашты, кемдер үҙемә алырға ҡушты... Иң ауыр һуғыш йылдарында ла бер кем ата-әсәһенән баш тартманы, ә бөгөн уңышлы, яҡшы тәьмин ителгән кешеләр яҡындарын ҡарттар йортонда ҡалдыра. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының стационар бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә өлкәндәр тураһында даими хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт”, – тип яҙған социаль селтәрҙә депутат.

Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас